Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 12:9 - Изге Яҙма

9 Ә кем кешеләр алдында Минән ваз кисә, унан Алла фәрештәләре алдында ваз кисерҙәр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

9 Ә кем кешеләр алдында Минән ваз кисә, Алла фәрештәләре алдында унан ваз кисер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Ә кем кешеләр алдында Минән ваз кисә, унан Алла фәрештәләре алдында ваз кисерҙәр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 12:9
15 Iomraidhean Croise  

Ә инде кем кешеләр алдында Минән ваз кисә, Мин дә күктәге Атам алдында унан ваз кисермен.


Ләкин ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: мин һеҙҙе белмәйем», – тип яуап ҡайтарған.


Әҙәм Улы, Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ.


Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ!


Ана шул ваҡытта Мин уларға: «Мин һеҙҙе бер ҡасан да белмәнем, китегеҙ янымдан, яуызлыҡ ҡылыусылар!» – тиермен.


Иманһыҙ һәм гонаһлы был быуын алдында кем дә булһа Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла икән, Әҙәм Улы ла, Атаһының балҡып торған шөһрәте эсендә изге фәрештәләре менән килгәндә, ул кешенән оялыр.


Һеҙгә шуны әйтәм: тәүбә иткән бер гонаһлы өсөн Алла фәрештәләре лә шулай уҡ шатланыр.


Ләкин Петрус инҡар итеп: – Юҡ, һеңлекәш! Мин Уны белмәйем, – тине.


Кем Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла, Үҙенең, Атаның һәм изге фәрештәләрҙең балҡып торған шөһрәте эсендә килгән саҡта Әҙәм Улы ла унан оялыр.


Түҙәбеҙ икән, Уның менән бергә батшалыҡ та итербеҙ. Унан баш тартабыҙ икән, Ул да беҙҙән баш тартыр.


Алла Улын инҡар итеүсенең Атаһы ла юҡ, ә Алла Улын таныусының иһә Атаһы ла бар.


Шулай итеп, балалар, Мәсих килгәндә Уның алдында ҡыйыу һәм уңайһыҙланмай баҫып тора алыр өсөн, Мәсихтә йәшәгеҙ.


Һинең эштәреңде беләм, бына Мин һинең алдыңда ишек астым һәм уны һис кем яба алмаясаҡ. Беләм, һинең көсөң аҙ, әммә Минең һүҙемде тоттоң, исемемдән ваз кисмәнең.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan