Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 12:7 - Изге Яҙма

7 Һеҙҙең иһә башығыҙҙағы һәр бер сәс бөртөгө лә һанаулы. Ҡурҡмағыҙ, һеҙ бик күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәкһегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

7 Хатта башығыҙҙағы һәр сәс бөртөгө һанаулы. Ҡурҡмағыҙ, һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Һеҙҙең иһә башығыҙҙағы һәр бер сәс бөртөгө лә һанаулы. Ҡурҡмағыҙ, һеҙ бик күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәкһегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 12:7
10 Iomraidhean Croise  

– Улайһа, батшам, Аллаң Раббы менән ант итһәң ине, – тине уға ҡатын, – ҡан өсөн үс алыу үлемгә үлем өҫтәмәһен, улар улымды үлтермәһен. – Тере Раббы шаһит! Улыңдың башынан бер бөртөк сәсе лә ергә төшмәҫ.


Беҙгә ерҙәге йәнлектәргә ҡарағанда күберәк зиһен биргән, Һауалағы ҡоштарға ҡарағанда аҡыллыраҡ иткән Яратыусыбыҙ ҡайҙа?“ – тип әйтмәҫ.


Уны Алланан саҡ ҡына түбән иттең; Шөһрәт һәм хөрмәт тажы кейҙерҙең.


Кеше һарыҡтан күпкә ҡәҙерлерәк бит! Шулай булғас, шәмбе көнөндә яҡшылыҡ эшләргә рөхсәт ителә.


Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы күктәге Атағыҙ туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни?


Шулай ҙа башығыҙҙағы сәсегеҙҙең бер генә бөртөгө лә төшмәҫ.


Шуға күрә үтенәм, ашап алығыҙ, был ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырға ла ярҙам итер. Берегеҙҙең дә башынан бер генә бөртөк тә сәсе төшмәҫ, – тине ул.


Әммә халыҡ Шаулға: – Исраилға был бөйөк еңеүҙе яулаған Йонаҫан үлһенме ни? – тип ҡаршы төштө. – Тере Раббы шаһит: Йонаҫандың башынан бер сәс бөртөгө лә ергә төшмәҫ. Сөнки бөгөн ул Алланың ярҙамы менән эш итте. Шулай итеп, халыҡ Йонаҫанды үлемдән йолоп алып ҡалды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan