Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 12:4 - Изге Яҙма

4 Һеҙгә иһә, дуҫтарыма, шуны әйтәм: тәнде үлтереүҙән башҡа бер нәмә лә ҡыла алмаған әҙәмдәрҙән ҡурҡмағыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

4 Һеҙгә иһә, дуҫтарыма, шуны әйтәм: тәнде үлтереүҙән тыш бер ни ҡыла алмаусыларҙан ҡурҡмағыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Һеҙгә иһә, дуҫтарыма, шуны әйтәм: тәнде үлтереүҙән башҡа бер нәмә лә ҡыла алмаған әҙәмдәрҙән ҡурҡмағыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 12:4
20 Iomraidhean Croise  

Кешеләрҙән ҡурҡҡан – үҙенә тоҙаҡ ҡорған, Раббыға һыйынған – хәүефтән араланған.


Баҡсама килдем, һылыуым, кәләшем минең. Миррам менән хуш еҫле үләндәремде йыйҙым, Кәрәҙемдән балымды ашаным, Һөтөм менән шарабымды эстем. Туйғансы ашағыҙ, дуҫтар! Эй ғашиҡтар, Һөйөүҙән иҫергәнсе эсегеҙ!


Ирендәре татлы, Үҙе иһә һәр йәһәттән килгән. Бына шундай ул минең һөйгәнем, Бына ниндәй минең дуҫым, Эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары!


«Эй ҡолом Исраил, – ти Раббы. – Үҙем һайлап алған Яҡуп, Дуҫым Ибраһимдың тоҡомо!


Ә һин билеңде быу ҙа әҙерлән! Мин ни бойорһам, шуның һәммәһен уларға еткер. Уларҙан ҡурҡма, Юҡһа уларҙың алдында үҙеңде ҡурҡыуға һалырмын.


Һин уларҙан ҡурҡма. Мин һинең менән бергә булырмын, һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы.


Һин иһә, эй әҙәм улы, уларҙың үҙҙәренән дә, һүҙҙәренән дә ҡурҡма! Улар һинең өсөн сәнскәк булһалар ҙа, үҙеңде саяндар араһында йәшәгән кеүек тойһаң да, уларҙың әйткәндәренән ҡурҡма, йөҙҙәрен күреп ҡаушама, сөнки улар – фетнәсел нәҫел.


Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!


Дуҫтары өсөн үҙенең йәнен фиҙа ҡылған кешенең яратыуынан да бөйөк яратыу юҡ.


Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.


Юғары кәңәшмә ағзалары Петрус менән Яхъяның ҡыйыулығын күрҙеләр һәм, уларҙың уҡымаған, ябай кешеләр икәнен белеп, хайран ҡалдылар. Шунан һуң ғына уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнен аңланылар.


Бер ниндәй осраҡта ла үҙегеҙгә ҡаршы булған кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ: был – уларға һәләкәт, ә һеҙҙең өсөн ҡотолоу билдәһе. Был – Алла эше,


Изге Яҙмалағы: «Ибраһим Аллаға ышанды һәм Алла быны тәҡүәлек тип ҡабул итте», – тигән һүҙҙәр раҫланды һәм ул Алланың дуҫы тип аталды.


Ә ғәҙеллек өсөн ғазап сикһәгеҙ, һеҙ бәхетле! Улар ҡурҡҡандан ҡурҡмағыҙ һәм борсолмағыҙ.


Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул, һәм һиңә тормош тажы бирермен.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan