Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 10:31 - Изге Яҙма

31 Шулай тура килгән: шул уҡ юлдан бер ҡаһин китеп барған, тик, әлеге кешене күргәс, уны урап үткән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

31 Шулай тура килгән: шул уҡ юлдан бер рухани үтеп барған, әммә, әлеге кешене күргәс, уны урап үткән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

31 Шулай тура килгән: шул уҡ юлдан бер ҡаһин китеп барған, тик, әлеге кешене күргәс, уны урап үткән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 10:31
18 Iomraidhean Croise  

– Мин осраҡлы ғына Гилбоағ тауына барып сыҡҡайным, ҡараһам, Шаул һөңгөһөнә таянып тора. Дошмандың яу арбалары менән һыбайлылары уға яҡынлашып килә ине.


Шул сәбәпле рухым һынды минең, Йөрәгем ҡурҡыуҙан өшөп ҡатты.


Ярлының ялбарғанына ҡолаҡ һалмаған бәндә ярҙам һорап бер саҡ ялбарыр ҙа – яуап булмаҫ.


Был ҡояш аҫтында мин тағы ла шуны күрҙем: Ярышта еңеү иң етеҙҙәргә, Алышта иң ҡыйыуҙарға булмай икән. Эшләп тапҡан икмәк – иң аҡыллыларға, Байлыҡ – белемлеләргә, Абруй-хөрмәт оҫталарға эләкмәй. Быларҙың барыһын да осраҡлылыҡ һәм ваҡыт хәл итә.


Икмәгеңде астар менән бүлеш, Йортһоҙ фәҡирҙәрҙе өйөңә саҡыр, Яланғасты күрһәң, кейендер, Туғандарыңдан ситкә боролма.


Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»


Эй ҡаһиндар, тыңлағыҙ быны! Исраил йәмғиәте, ҡолаҡ һал. Эй батша йортондағылар, ишетегеҙ – Һеҙ бит хөкөм йөрөтөргә тейеш. Ә һеҙ Миспала – тоҙаҡ, Тавор тауында ҡоролған ау булдығыҙ,


Ҡаһиндар өйөрө кешеләргә Боҫҡон ҡорған юлбаҫарҙар һымаҡ. Улар Шәхәм юлында кеше үлтерә, Һәр төрлө әшәкелектәр ҡыла.


Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбан усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.


Ғайса уға былай тип яуап бирҙе: – Берәү Йәрүсәлимдән Йерихоға китеп барғанда юлбаҫарҙар ҡулына эләккән. Юлбаҫарҙар уның кейемен систереп алған һәм, туҡмап, үлем хәлендә ҡалдырып киткән.


Шулай уҡ бер леви ошо ерҙән үтеп барышлай был кешене күргән, әммә ул да урап үткән.


Шулай итеп, Рут баҫыуға китте, ураҡсылар артынан башаҡ йыя башланы. Баҡһаң, был баҫыу Әлимәләх нәҫеленән булған Боғаздыҡы булып сыҡты.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan