Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 10:15 - Изге Яҙма

15 Эй, Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ырғытылырһың!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

15 Эй, Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ташланырһың!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

15 Эй, Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ырғытылырһың!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 10:15
20 Iomraidhean Croise  

Шунан былай тинеләр: – Ер йөҙө буйлап таралышып бөтмәйек һәм исемебеҙҙе данға күмәйек тиһәк, үҙебеҙгә күккә ашып торған манаралы ҡала төҙөйөк.


Ана, үлеләр донъяһы боғаҙ кирҙе, Ауыҙын сикһеҙ киң итеп асты: Йәрүсәлимдең арҙаҡлылары ла, ябай халҡы ла, Кәйеф-сафа һөйөүселәр ҙә – барыһы шунда олағыр.


Бабил хатта күккә олғашһа ла, Бейек ҡәлғәләрен нығытһа ла, Минән уға ҡыйратыусылар киләсәк», – тип белдерә Раббы.


Мин һине үлем соҡорона төшкәндәр менән берлектә боронғо замандарҙа йәшәгәндәр янына төшөрәм. Мин һине түбәнге донъяла, мәңгелек харабалар араһында, үлем соҡорона төшөүселәр араһында төйәкләндерәм. Башҡаса һиндә кеше йәшәмәҫ, һәм тереләр донъяһында урын таба алмаҫһың.


Шунан, Ғедән ағастарының ҡайһыһы затлылығы һәм мөһабәтлеге менән һиңә тиң ине? Әммә хәҙер, Ғедән ағастары менән һин дә түбәнге донъяға төшөрөләсәкһең! Сөннәтһеҙ халыҡтар араһында, ҡылыстан үткәрелгәндәр менән йәнәш ятасаҡһың. Фирғәүендең һәм уның өйөр-өйөр халҡының тәҡдире шулай“», – тип белдерә Раббы Хаким.


– Эй әҙәм улы, Мысырҙың өйөр-өйөр халҡы өсөн ҡайғырып ила. Уны һәм ҡеүәтле ҡәүемдәрҙең ҡыҙҙарын үлем соҡорона төшкәндәр менән бергә түбәнге донъяға оҙат.


Мысыр халҡы ҡылыстан үткәрелгәндәр араһына йығылыр. Бына ҡылыс әҙер – Мысырҙы үҙенең өйөр-өйөр халҡы менән унда һөйрәп алып китегеҙ!


Улар үлеләр донъяһына һуғыш ҡоралдары менән ингән, ҡылыстары баштары аҫтына һалынған, ҡалҡандары һөйәктәрен ҡаплаған, боронғо замандарҙа һәләк булған яугирҙәр менән бергә ятмай. Ә бит был яугирҙәр ҡасандыр тереләр донъяһында дәһшәт һала торғайны.


Бөркөт кеүек күккә ашһаң да һин, Йондоҙ араһында оя ҡорһаң да – Унан да һине бәреп төшөрөрмөн!» – тип белдерә Раббы.


Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!


Эй Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ырғытылырһың. Әгәр һиндә ҡылынған мөғжизәләр Содомда күрһәтелһә, ул хәҙерге көнгәсә торор ине.


Назаранан китеп, Ул Галилея күле буйындағы Зевулун һәм Нафтали ерҙәренә ҡараған Капернаум ҡалаһына барып урынлашты.


Һеҙ Алла Батшалығында Ибраһимды, Исхаҡты, Яҡупты һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе күрерһегеҙ, ә үҙегеҙ унан ҡыуылып сығып, иларһығыҙ һәм тештәрегеҙҙе шығырҙатырһығыҙ.


Бай үлеләр донъяһында ғазап сиккән ваҡытта башын күтәреп өҫкә ҡараһа, алыҫта Ибраһимды, уның эргәһендә Әлғазарҙы күргән.


Инде беҙ ҡайҙа барайыҡ? Туғандарыбыҙ, ундағы халыҡтың беҙҙән көслөрәк һәм оҙон буйлыраҡ булыуын, ҡалаларының ҙур, күккә олғашҡан нығытмалар менән уратылғанын, унда Ғанаҡ тоҡомдарын да күреүҙәрен һөйләп, йөрәгебеҙҙең кәрен алды», – тинегеҙ.


Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе лә аямаған, ә тамуҡҡа ташлаған бит. Шунда, ҡараңғыла, бығауланған килеш хөкөм көтөрҙәр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan