Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 1:71 - Изге Яҙма

71 Хәҙер беҙҙе дошмандарыбыҙҙан, беҙгә нәфрәт тотоусыларҙан ҡотҡарасаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

71 Хәҙер беҙ дошмандарыбыҙҙан һәм беҙгә ҡарата нәфрәт йөрөтөүселәрҙән ҡотҡарыласаҡбыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

71 Хәҙер беҙҙе дошмандарыбыҙҙан, беҙгә нәфрәт тотоусыларҙан ҡотҡарасаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 1:71
19 Iomraidhean Croise  

Бары тик Аллағыҙ Раббыға ғына табынығыҙ һәм Ул һеҙҙе бөтә дошмандарығыҙҙан ҡотҡарыр, – тигәйне.


Ҡайһылары әсирлектә, дәһшәтле һәм шомло ҡараңғыла, Тимер бығауҙарҙа, хәсрәт эсендә йәшәне.


Уның дәүерендә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Исраил имен-аман ғүмер итер. Уны: „Раббы – беҙҙең тоғро ҡотҡарыусыбыҙ!“ – тип атарҙар».


«Мин уларҙы асыулы, ярһыулы сағымда ҡаты нәфрәттә ҡыуып ебәргән барса илдәрҙән йыйып алырмын һәм, бында алып ҡайтып, имен-аманлыҡта йәшәтермен.


Мин уларға ерәнеп ҡараған барлыҡ халыҡтарҙы хөкөм иткәндән һуң, унда хәүефһеҙ йәшәрҙәр, йорттар төҙөрҙәр, йөҙөм баҡсалары үҫтерерҙәр – имен-аман ғүмер итерҙәр. Шунда улар Минең Раббы, уларҙың Аллаһы икәнемде беләсәктәр».


Улар менән именлек килешеүе төҙөрмөн, илдән йыртҡыс йәнлектәрҙе юҡ итермен. Далаларҙа хәүефһеҙ йәшәһендәр, урмандарҙа ҡурҡыуһыҙ йоҡлаһындар.


Бүтәнсә улар ҡәүемдәргә – яумал, ҡырҙағы йәнлектәргә емтек булмаҫ. Хәүефһеҙ йәшәрҙәр, уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ.


Бик күп ваҡыттарҙан һуң һин саҡырылырһың. Йылдар уҙғас, һин һуғыштан арынып рәхәтлеккә сыҡҡан бер илгә һөжүм итәсәкһең. Ул илдең кешеләре, күмәк халыҡ араһынан йыйып алынып, оҙаҡ ваҡыт буш ятҡан Исраил тауҙарына кире ҡайтарылған һәм барыһы ла имен-аман тормош кисергән булыр.


– Раббыны, Исраилдың Аллаһын данлайыҡ! Ул халҡына ярҙамға килде һәм уға ҡотолоу бирҙе,


Ул беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарғас, бер кемдән дә ҡурҡмайынса,


Эй Исраил, ниндәй бәхетле һин! Бармы һинең кеүек берәй ҡәүем? Һин Раббы ҡотҡарған халыҡ, Ул – һине һаҡлаған ҡалҡан, Ул – һинең данлы ҡылысың. Дошмандарың алдыңда баш эйә, Һин уларҙың арҡаһын тапарһың.


Кем гонаһ ҡыла, ул – Иблистән, сөнки Иблис тәүҙән үк гонаһ ҡыла. Әммә Алла Улы Иблис эштәрен ҡыйратырға килде.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan