Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 1:49 - Изге Яҙма

49 сөнки ҡөҙрәт Эйәһе минең өсөн бөйөк эштәр ҡылды – Уның исеме мөҡәддәс.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

49 сөнки ҡөҙрәт Эйәһе минең өсөн бөйөклөк ҡылды – Уның исеме изге.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

49 сөнки ҡөҙрәт Эйәһе минең өсөн бөйөк эштәр ҡылды – Уның исеме мөҡәддәс.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 1:49
21 Iomraidhean Croise  

Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренеп былай тине: – Мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алламын. Минең юлымдан йөрө, камил бул.


Бүләктәрен ул мохтаждарға мул өләшер; Изгелеге уның мәңгелек, Данға күмелеп башын юғары сөйөр.


Раббы игелекле, ғәҙел, Ул гонаһлыларға юл күрһәтер.


Белегеҙ, Раббы Ул – Алла. Ул яратты беҙҙе. Беҙ – Уныҡы, Уның халҡы, Уның көтөүендәге ҡуйҙар беҙ.


Йә Раббы, илаһтар араһында Һинең кеүек кем бар? Мөҡәддәслегендә олпат, данында дәһшәтле, Мөғжизәләр тыуҙырыусы Һинең һымаҡ кем бар?


Шуға күрә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраилдың Ҡөҙрәтлеһе былай тип белдерә: «Дошмандарыма асыуымды түгермен; Уларҙан үсемде алып йыуанырмын.


Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.


Бер-береһенә былай тип өндәшәләр: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы мөҡәддәс, мөҡәддәс, мөҡәддәс! Бөтөн ер йөҙө Уның шөһрәте менән тулған!»


Эдомдан килә ятҡан кем? Ал кейемдәр кейеп Босранан килгән кем ул? Күҙ ҡамаштырырлыҡ кейемдәрҙә Бөйөк ҡөҙрәт менән килгән кем? «Ул Мин – еңеү иғлан итеүсе, Ҡотҡарырға ҡөҙрәте булған».


Эй Раббы, Һиңә тиңе юҡ! Һин бөйөкһөң, Һинең исемең оло һәм ҡөҙрәтле.


Әммә Раббы, ғәйрәтле яугирҙәй, минең менән. Шуға күрә эҙәрләүселәр һөрөнөп төшөр, Улар минән өҫтөн сыға алмаҫ. Мәсхәрәгә ҡалырҙар, ниәттәренә ирешә алмаҫтар. Хурлыҡтары һис ҡасан да онотолмаҫ.


Ғайса рөхсәт иткәс, яуыз рухтар, кешенән сығып, сусҡаларҙың эсенә барып инделәр. Ике меңгә яҡын сусҡанан торған көтөү текә ярға сабып барып, күлгә ташланып батты.


Ул Үҙенең күндәм ҡолона күҙ һалды. Бынан һуң барлыҡ быуындар ҙа мине бәхетле тип атар,


Ул Үҙенән ҡурҡҡандарға быуындан-быуынға шәфҡәтен күрһәтә.


Беҙҙә эш итеүсе ҡеүәте менән һорағаныбыҙҙан йәки уйлағаныбыҙҙан сағыштырғыһыҙ күберәк эшләй Алыусыға,


Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та исемеңде кем данламаҫ? Бары Һин генә изгеһең, бөтә халыҡтар хозурыңа килерҙәр, улар Һиңә сәждә ҡылырҙар. Һинең ғәҙел эштәрең асылды.


Һәр йән эйәһенең дә алтышар ҡанаты бар, бөтә яғынан да – эсенән дә, тышынан да күҙҙәр менән ҡапланған. Улар көнөн дә, төнөн дә тынғы белмәй: – Мөҡәддәс, мөҡәддәс, мөҡәддәс! Булған, Бар һәм Киләсәк сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! – тип ҡабатлай.


Изгелектә Раббыға тиңе юҡ, Эйе, Һинең кеүек һис кем юҡ, йә Раббы! Аллабыҙ кеүек һыйыныр ҡаябыҙ юҡ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan