Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 1:32 - Изге Яҙма

32 Ул бик бөйөк булыр һәм Юғарыларҙан Юғарының Улы тип аталыр. Раббы Алла Уға боронғо бабаһы Дауыттың тәхетен бирер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

32 Ул бик бөйөк булыр һәм Аллаһы Тәғәләнең Улы тип аталыр. Раббы Алла Уға ата-бабаһы Дауыттың тәхетен бирер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

32 Ул бик бөйөк булыр һәм Юғарыларҙан Юғарының Улы тип аталыр. Раббы Алла Уға боронғо бабаһы Дауыттың тәхетен бирер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 1:32
39 Iomraidhean Croise  

Һинең йортоң, һинең батшалығың Минең хозурымда һис ҡаҡшамаҫ, тәхетең мәңге ныҡ булыр!»


Мөхәббәткә нигеҙләнгән тәхет Дауыт сатырында урынлашыр. Унда ғәҙеллек эҙләгән, дөрөҫлөккә ынтылған, Арымай-талмай хаҡ хөкөм ҡылған хаким ултырыр.


был ҡаланың ҡапҡаларынан Дауыт тәхетендә ултырған батшалар, уларҙың ярандары яу арбаларында һәм һыбайлап, Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр һәр саҡ инеп-сығып йөрөр. Был ҡала мәңге йәшәр.


«Эй Дауыт тәхетендә ултырған Йәһүҙә батшаһы, Раббы һүҙен тыңла! Һинең хеҙмәтселәрең һәм халҡың да – был ҡапҡаларҙан инеп-сығып йөрөгән барыһы ла тыңлаһын!


Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.


Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе.


Көньяҡ батшабикәһе, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Бындағы – Сөләймәндән дә бөйөгөрәк.


Ғайса уларҙың янына килеп былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.


Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килгән Зат күпкә ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Әммә Ғайса өндәшмәне, бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. Иң баш ҡаһин Унан тағы: – Һин мөбәрәк Алланың Улы Мәсихме? – тип һораны.


– Эй Ғайса, Юғарыларҙан Юғары Алланың Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Алла хаҡы өсөн ялбарам, яфалама мине! – тип йән көсөнә ҡысҡырып ебәрҙе.


Ул Раббы алдында бөйөк булыр, шарап һәм иҫерткес эсемлектәр эсмәҫ, әсәһенең ҡарынында ятҡанда уҡ Изге Рух менән һуғарылыр.


– Һиңә Изге Рух төшөр һәм Юғарыларҙан Юғары һине ҡөҙрәтенең күләгәһе менән солғап алыр, шуның өсөн дә һин тыуҙырыр Бала изге булыр һәм Алла Улы тип аталыр, – тип яуап бирҙе уға фәрештә. –


Ә һин, сабый, Юғарыларҙан Юғарының пәйғәмбәре тип аталырһың, Раббыға юл әҙерләп, Уның алдынан барырһың.


Яхъя уларҙың бөтәһенә лә былай тип яуап бирҙе: – Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, әммә минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Юғарыларҙан Юғарының балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы.


Халыҡ Уға: – Беҙгә ҡанундан Мәсихтең мәңге ҡаласағы билдәле. Нисек Һин, Әҙәм Улы күккә күтәрелергә тейеш, тип әйтә алаһың? Кем Ул Әҙәм Улы? – тип яуапланы.


Беҙ Һиңә ышанабыҙ, Һине Алланың Изгеһе тип таныйбыҙ, – тип яуап ҡайтарҙы.


Ҡыҙ Паулус менән беҙҙең артыбыҙҙан: – Был кешеләр – Юғарыларҙан Юғары Алланың ҡолдары, улар һеҙгә ҡотолоу юлын күрһәтә, – тип ҡысҡырып барҙы.


Дауыт пәйғәмбәр була һәм Алланың тәхеткә үҙе урынына нәҫеленән береһен ултыртырға ант иткәнен белә.


Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы аныҡ белһен: Алла һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлаған ошо Ғайсаны Хаким һәм Мәсих итте.


Әммә Юғарыларҙан Юғары әҙәм ҡулы менән һалынған йорттарҙа йәшәмәй. Пәйғәмбәр әйткәнсә:


Филаделфеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ҡулында Дауыт асҡысы булған Изге һәм Хаҡ Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan