Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 19:9 - Изге Яҙма

9 Таҙаларҙан берәйһе, яндырылған тананың көлөн йыйып алып, тупламдан ситтә таҙа урынға һалһын. Көлдө исраилдар йәмғиәте таҙарыныу һыуы әҙерләү өсөн һаҡлаһын. Ул ҡорбан гонаһ өсөн килтерелде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Таҙаларҙан берәйһе, яндырылған тананың көлөн йыйып алып, тупламдан ситтә таҙа урынға һалһын. Көлдө исраилдар йәмғиәте таҙарыныу һыуы әҙерләү өсөн һаҡлаһын. Ул ҡорбан гонаһ өсөн килтерелде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Таҙаларҙан берәйһе, яндырылған тананың көлөн йыйып алып, тупламдан ситтә таҙа урынға һалһын. Көлдө исраилдар йәмғиәте таҙарыныу һыуы әҙерләү өсөн һаҡлаһын. Ул ҡорбан гонаһ өсөн килтерелде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 19:9
16 Iomraidhean Croise  

Күрем көндәрендә ятҡан түшәге лә, ултырған урыны ла нәжесләнер.


Ул көндө, Дауыт нәҫелен һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе гонаһтан һәм бысраҡлыҡтан паклау өсөн, бер шишмә урғылып сығыр.


Мәйеткә ҡағылған һәр кем, таҙарынмаһа, Раббы торлағын нәжесләр; бындай кеше Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр, сөнки уға таҙарыныу һыуы һирпелмәне, ул нәжес, нәжес килеш ҡалыр.


Гонаһ өсөн яндырылған теге ҡорбан көлөн алһындар ҙа, һауытҡа һалып, уға тере, йәғни ағын һыу ҡойһондар.


Таҙаларҙан берәйһе, майағасты ошо һыуға манып, шуның менән сатырға, сатырҙағы һауыттарға, кешеләрғә, шулай уҡ кеше һөйәгенә йәки үлтерелгән, үҙ үлеме менән вафат булған кеше мәйетенә йәки ҡәбергә ҡағылғандарға һирпһен.


Уны Әлғазар ҡаһинға бирегеҙ, ул тананы тупламдан сығарһын, тананы ҡаһин алдында салһындар.


Тананы яндырған кеше лә кейемдәрен һыу менән йыуһын, ғөсөлләнһен, ул да кискә тиклем нәжес һаналыр.


Был кеше Раббыға бағышланған нәзирлек көндәрен ҡабаттан башлар һәм, ғәйеп ҡорбаны итеп, бер йәшлек бәрәс килтерер; нәзирлеге нәжесләнгәнлектән, элекке көндәре иҫәпкә алынмаҫ.


Таҙарындырыу тәртибе былай булыр: өҫтәренә таҙарыныу һыуы һирп, тәндәренең бөтә ерен бәке менән ҡырһындар, кейемдәрен йыуһындар – таҙа булырҙар.


Ә инде пак булған, алыҫ юлда булмаған кеше Ҡотҡарылыу байрамын үткәрмәһә, халҡы араһынан ҡыуылһын, сөнки ул тейешле ваҡытта Раббыға саҙаҡа бирмәне, ул кеше гонаһының язаһын аласаҡ.


Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Һөйөклөләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ, тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы һәр төрлө бысраҡтан таҙарындырайыҡ.


Беҙгә тап шундай Баш Ҡаһин кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән.


Әгәр ҙә кәзә, үгеҙ ҡаны йәки ҡорбан итеп яндырылған йәш быҙау көлө бысранғандар өҫтөнә һирпелеп, йола буйынса тәнде тышҡы яҡтан таҙарта икән,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan