Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йәһүҙә 1:11 - Изге Яҙма

11 Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Билғамдың аҡса хаҡына яңылыш юлын улар ҙа ҡабатланы, Ҡорах кеүек үк фетнә сығарып һәләк булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

11 Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Валаам кеүек үк, улар ҙа аҡса хаҡына яңылыш юлдан китте, Корей кеүек үк фетнә сығарып һәләк булырҙар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Билғамдың аҡса хаҡына яңылыш юлын улар ҙа ҡабатланы, Ҡорах кеүек үк фетнә сығарып һәләк булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йәһүҙә 1:11
21 Iomraidhean Croise  

Урияһ ҡаһин Ахаз батшаның ҡушҡандарын еренә еткереп үтәне.


Яуыз әҙәмдәрҙең башына ҡайғы! Улар бәхетһеҙ. Ҡылғандарының ҡоһорон күрерҙәр.


Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә; Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр, Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға!


Ҡырҙағы ҡалҡыулыҡтар өҫтөндә Ҡылған әшәке ғәмәлдәреңде: Хыянатыңды, ерәнгес кешнәүеңде, Уйнаш итеүеңде күреп торҙом. Ҡайғы һиңә, Йәрүсәлим! Һин таҙарынғансы күпме ғүмер үтер?»


Раббы Хаким былай ти: «Бер ниндәй ҙә күренмеш күрмәгән, үҙҙәрең уйҙырмаларын ғына һөйләгән ахмаҡ пәйғәмбәрҙәргә ҡайғы!


Халҡым Минең, иҫеңә төшөр, Моав батшаһы Балаҡтың ниәттәрен, Беғор улы Билғамдың яуаптарын, Шиттимдән Гилгалғаса булғандарҙы Хәтергә ал, шунда аңларһың Раббының һиңә күпме яҡшылыҡ күрһәткәнен».


Көтөүен ташлаған йүнһеҙ көтөүсегә ҡайғы! Ҡулына һәм уң күҙенә ҡылыс ҡаҙалһын! Ҡулы тотош ҡороп ҡатһын! Уң күҙе һуҡырайһын!


Тап шул ҡатындар, Билғам ҡотортоуы буйынса, исраилдарҙы Пеғорҙағы ваҡиға арҡаһында Раббыға хыянат иттерҙе бит! Раббы йәмғиәте шулар арҡаһында үләт ҡазаһына тарыны!


– Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Бейт-Сайда! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр күптән инде ҡыл туҡымаға уранып, баштарына көл һибеп тәүбәгә килерҙәр ине.


Сөнки Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа юлда һеҙҙе икмәк һәм һыу менән ҡаршыламанылар, етмәһә Арам-Наһараимдағы Пеҫор ҡалаһынан Беғор улы Билғамды һеҙҙе ҡарғар өсөн ялланылар.


Һабил иман аша Аллаға Ҡабилға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбан килтергән. Иман менән килтерелгәнлектән, уның бүләге Алла тарафынан хуплап ҡабул ителә һәм шуның менән ул тәҡүә булып раҫлана. Һабил, үҙе иҫән булмаһа ла, иманы аша әле лә һөйләй.


Улар, тура юлдан тайпылып, аҙашты. Улар лайыҡһыҙ табыш алырға яратҡан Билғамға, Беғор улына, эйәрҙе.


Иблистән булған һәм үҙенең ҡустыһын үлтергән Ҡабил кеүек булмайыҡ. Ул ни өсөн ҡустыһын үлтергән? Сөнки Ҡабилдың эштәре – яуыз, ә ҡустыһыныҡы хаҡ булған.


Әммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Билғам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Балаҡты исраилдарҙы гонаһ юлына этәрергә өйрәткән.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan