Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ғамос 6:3 - Изге Яҙма

3 Афәт көнөн йыраҡ һанап, Золом тантанаһын тиҙләтәһегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Афәт көнөн йыраҡ һанап, Золом тантанаһын тиҙләтәһегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Афәт көнөн йыраҡ һанап, Золом тантанаһын тиҙләтәһегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ғамос 6:3
19 Iomraidhean Croise  

Яман эштәр өсөн яза тиҙ бирелмәгән саҡта, кешеләр енәйәт ҡылыуға әүәҫләнә.


„Мин мәңге хакимә буласаҡмын“, – тип әйттең, Әммә быларҙың нимә менән тамамланасағын Уйлап ҡараманың, башыңа ла килтермәнең.


Бер-береһенә әйтәләр: «Килегеҙ, шарап ҡуйырмын, Туйғансы хәмер эсәйек! Иртәгәһе көн дә бөгөнгөләй үтер, Хатта бынан да яҡшыраҡ булыр!»


Элек бал да май ейгәндәр Инде урамдарҙа ятып үлә; Затлы ҡыҙылды кейеп үҫкәндәр Хәҙер сүплектә ҡаҙына.


– Эй әҙәм улы, Исраил ерендә «көндәр үтә тора, һәр күренмеш бушҡа сыға тора» тигән ниндәй әйтем ул?


– Эй әҙәм улы, бына Исраил нәҫеле һинең турала: «Уға килгән күренмеш оҙаҡ йылдар үткәс кенә ғәмәлгә ашасаҡ, ул алыҫ киләсәк тураһында пәйғәмбәрлек итә», – тип әйтә.


Тирә яҡта кәйеф-сафа ҡороусы ирҙәрҙең тауыштары яңғырап торҙо, сүлдән улар янына эскеселәр менән бергә күмәк кеше килеп, апалы-һеңлеле был икәүгә беләҙектәр таҡты, баштарына матур таж кейҙерҙе.


«Ғәҙел йәшәй белмәй улар, – тип белдерә Раббы. – Улар ҡәлғәләренә залимлыҡ менән, Талаш-тартыш менән байлыҡ йыя».


Ашдод ҡәлғәләрендә иғлан итегеҙ, Мысыр ерендәге нығытмаларҙа белдерегеҙ: «Самарияның тау баштарына артылығыҙ, Эсендәге башбаштаҡлыҡты күрегеҙ: Унда ҡыҫырыҡлау, иҙеү хөкөм һөрә!»


Беләм, енәйәттәрегеҙ бик күп, Гонаһтарығыҙ самаһыҙ ауыр; Ғәйепһеҙҙе эҙәрләп, ришүәт алаһығыҙ, Ярлыны ҡала ҡапҡаһы эргәһендә Хөкөм иткәндә ситкәрәк этәрһегеҙ.


Раббы көнөн көҫәүселәрҙең башына ҡайғы! Ниңә һеҙгә Раббы көнө? Ул яҡтылыҡ түгел, ҡараңғылыҡ.


Аттар ҡаяла сабамы? Үгеҙҙәр диңгеҙ һөрәме? Ә һеҙ ғәҙел хөкөмдө – ағыуға, Хаҡлыҡ емешен әсе әремгә әйләндерҙегеҙ.


Халҡым араһынан гонаһлылар, „Беҙгә афәт килмәй ул, Ул беҙҙе урап үтер“, – тиеүселәр Ҡылыстан ҡырылып бөтөр».


Был ҡаланың байҙары кеше талай, Ябай халыҡ алдаҡ һөйләй, ауыҙҙары мәкер сәсә.


Ләкин ул хеҙмәтсе яман кеше булһа һәм: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап,


Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта, уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл йөклө ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ.


Улар: «Ғайса килергә вәғәҙә итмәнеме ни? Ҡайҙа һуң ул? Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үлеп бөттө, ә бар нәмә, донъя яратылғанда нисек булһа, шул килеш ҡала бирә», – тиерҙәр.


Шундай байлығың бер сәғәттә юҡҡа сыҡты! – тип әйтәсәктәр. Диңгеҙҙә карап йөрөтөүселәр ҙә, караптарҙа йөҙөүселәрҙең бөтөнөһө лә, диңгеҙселәр ҙә, иңгеҙ кәсебенән файҙа күреүселәр ҙә ситтәрәк баҫып торҙо.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan