Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 9:3 - Изге Яҙма

3 Икенсе пәрҙә артында Иң мөҡәддәс тип аталған урын бар ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

3 Икенсе шаршау артында Иң изге урын тип аталған урын бар ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Икенсе пәрҙә артында Иң мөҡәддәс тип аталған урын бар ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 9:3
15 Iomraidhean Croise  

Ҡорамдың артҡы яғында, ҡырыйҙан егерме терһәк эскәрәк индереп, иҙәндән түшәмгә тиклем кедр таҡталарҙан диуар эшләтеп, бер эске бүлмә яһатты, был бүлмә Иң мөҡәддәс урын булды.


Ҡаһиндар Раббының Килешеү һандығын тәғәйен ергә, ҡорамдағы эске бүлмәгә, Иң мөҡәддәс урынға, кирубтарҙың ҡанаттары аҫтына, килтереп урынлаштырҙы.


Сөләймән тағы ла зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йоҡа етендән пәрҙә ҡорҙорта, уға кирубтар сиктерә.


Һандыҡты Изге торлаҡҡа индерҙе һәм, Раббы ҡушҡанса, пәрҙә элеп, Килешеү һандығын ҡапланы.


Уның эсенә Килешеү һандығын индер ҙә уны пәрҙә менән ҡапла.


Был тауҙа бөтә халыҡтарҙың өҫтөндәге япманы, Бар ҡәүемдәр өҫтөнә ябылған ҡорманы алып ташлар.


Унан оҙонлоғо һәм киңлеге ҡорам залы һымаҡ егерме терһәк булған эске бүлмәне үлсәне һәм миңә: – Был – Иң мөҡәддәс урын, – тине.


Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булһа, Һарун менән уның улдары, сатырға инеп, Килешеү һандығы алдындағы пәрҙәне алыр ҙа һандыҡты ҡаплар.


Шул саҡ Алла йортондағы пәрҙә өҫтән аҫҡа тиклем урталай йыртылып төштө. Ер тетрәне, ҡаялар ярылды,


Был өмөт, беҙҙең йәнебеҙ өсөн ныҡлы һәм ышаныслы якорь булып, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға инә.


Сатырҙың эске өлөшөнә иһә бары тик баш ҡаһин ғына йылына бер тапҡыр инә. Ул мотлаҡ рәүештә үҙе менән ҡорбан ҡанын алып инә. Был ҡанды үҙенең һәм халыҡтың белмәйенсә ҡылған гонаһтары өсөн килтерә.


Шуның менән Изге Рух, сатырҙың алғы өлөшө бар саҡта, Иң мөҡәддәс урынға юлдың әлегә асыҡ булмауын күрһәтә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan