Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 7:2 - Изге Яҙма

2 Ибраһим иһә һуғыштан алып ҡайтҡан табышының ундан бер өлөшөн уға бирә. Беренсенән, Мәлки-Садиҡ тигән исем «хаҡлыҡ батшаһы» тигәнде аңлата, икенсенән, ул Сәлимдең батшаһы ла, йәғни «именлек батшаһы».

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

2 Ибраһим иһә һуғыштан алып ҡайтҡан байлығының ундан бер өлөшөн уға бирә. Беренсенән, Мәлик-Садиҡ тигән исем «хаҡлыҡ батшаһы» тигәнде аңлата, икенсенән, ул Шәлимдең батшаһы ла, йәғни «именлек батшаһы».

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Ибраһим иһә һуғыштан алып ҡайтҡан табышының ундан бер өлөшөн уға бирә. Беренсенән, Мәлки-Садиҡ тигән исем «хаҡлыҡ батшаһы» тигәнде аңлата, икенсенән, ул Сәлимдең батшаһы ла, йәғни «именлек батшаһы».

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 7:2
26 Iomraidhean Croise  

Мин ҡуйған таш бағана Алла йортона әйләнер һәм Һин, Раббы, миңә насип итәсәк бөтә нәмәнең унынсы өлөшөн мин Һиңә бирермен.


Исраил Аллаһы әйтте миңә, Исраилдың Ҡаяһы былай тине: „Кешеләргә ғәҙеллек менән, Алланан ҡурҡып хакимлыҡ иткән шәхес


Дауыт бөтә Исраил өҫтөнән хакимлыҡ ҡылды, үҙ халҡына ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән идара итте.


Бына һинең улың тыуыр: ул тыныслыҡ кешеһе булыр. Мин уны уратып алған бөтә дошмандарынан тыныслыҡ бирермен, шуға күрә уның исеме Сөләймән булыр. Уның осоронда Исраилға тыныслыҡ һәм именлек бирермен.


Һимеҙлектән күҙҙәре аҡшайған, Эстәрендә яман ниәт ашып ташҡан.


Һыйыр малының, ваҡ малдың унынсы өлөшө, көтөүсе таяғы аҫтынан үткән һәр унынсы мал – Раббының изге өлөшө.


Ул халҡына тыныслыҡ килтерер. Әгәр Ашшур илебеҙҙе баҫһа, Беҙҙең ҡәлғәләрҙе тапаһа, Уға төбәп ете көтөүсе, Һигеҙ башлыҡ ҡаршы сығыр.


Бына Мин Леви нәҫеленә бөтә хеҙмәттәре, Осрашыу сатырында эш башҡарғандары өсөн Исраилда килтерелгән бөтә ҡорбан-саҙаҡаларҙың унынсы өлөшөн бирәм.


«Бына, ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалып бер улан табыр. Уға Ғиммануил тип исем ҡушырҙар», – тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды. «Ғиммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.


– Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алла Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләргә ерҙә именлек булһын!


хәҙер ҙә, беҙҙең ваҡытта ла, Үҙенең хаҡлы булыуын күрһәтә: Ул Үҙе хаҡ һәм Ғайсаға инаныусыларҙы аҡлай.


Сәлим батшаһы, Юғарыларҙан Юғары Алланың ҡаһины Мәлки-Садиҡ, батшаларҙы ҡыйратып ҡайтып килгән Ибраһимды осратып, уға фатихаһын бирә.


Мәлки-Садиҡтың атаһы ла, әсәһе лә, шәжәрәһе лә билдәһеҙ. Уның ғүмеренең башы тураһында ла, аҙағы тураһында ла мәғлүмәт юҡ, ул Алла Улына оҡшаш булып, мәңге ҡаһин булып ҡала.


Игенегеҙҙең һәм йөҙөмдәрегеҙҙең ундан бер өлөшөн алып, үҙенең ярандарына һәм хеҙмәтселәренә таратыр.


Ваҡ малдарығыҙҙың да унынсы өлөшөн алыр. Үҙегеҙ иһә уға ҡол булырһығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan