Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 11:3 - Изге Яҙма

3 Ғаләмдең Алла һүҙе менән яратылғанын һәм күренгән нәмәләрҙең күренмәгәндәренән бар булыуын беҙ иман аша аңлайбыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

3 Ғаләмдең Алла һүҙе менән булдырылғанын һәм күҙгә күренеүсе нәмәләрҙең күҙгә күренмәгәндәрҙән бар булыуын беҙ иман аша аңлайбыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Ғаләмдең Алла һүҙе менән яратылғанын һәм күренгән нәмәләрҙең күренмәгәндәренән бар булыуын беҙ иман аша аңлайбыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 11:3
17 Iomraidhean Croise  

Иң башта Алла күк менән ерҙе яратты.


Уға баҡҡандарҙың йөҙҙәре нур сәсә, Оятҡа ҡалып ҡыҙарынмаҫтар.


Татып ҡарағыҙ, күрегеҙ – Раббы ниндәй игелекле; Ниндәй бәхетле Уға һыйынған әҙәм!


Күҙегеҙҙе күккә күтәреп ҡарағыҙ: Быларҙың барыһын кем яратты? Йондоҙҙарҙы һанап сығарыусы, Һәр береһен исеме менән саҡырыусы – Раббы. Раббының бөйөк ҡөҙрәте, сикһеҙ ғәйрәте арҡаһында Уларҙың һис береһе юғалып ҡалманы.


Халыҡтарға былай тип әйтегеҙ: – Күк менән ерҙе бар ҡылмаған илаһтар ер йөҙөнән һәм күк аҫтынан юҡ буласаҡ.


Улар кеүек түгел Яҡуптың Өлөшө, Сөнки Ул – бөтәһен дә бар ҡылыусы, Ә Исраил халҡы – Уның биләмәһе, Уның исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!


Бар нәмә Һүҙ аша яратылған, һәм яратылған бер нәмә лә Унан башҡа барлыҡҡа килмәгән.


– Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тип ҡысҡырҙы. – Беҙ – һеҙҙең кеүек үк кешеләр! Һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек һәм, ялған илаһтарҙан арынып, күкте, ерҙе, диңгеҙҙе, уларҙағы бөтә нәмәне бар ҡылған тере Аллаға килеүегеҙҙе теләйбеҙ.


Донъяны һәм унда булған һәммә нәмәне бар иткән Алла – Ул күктәрҙең һәм ерҙең Хужаһы. Ул кеше ҡулы менән төҙөлгән ҡорамдарҙа йәшәмәй,


Беҙ Алланың донъя яратылғансы уҡ даныбыҙ хаҡына билдәләнгән йәшерен, серле аҡылы тураһында вәғәзләйбеҙ.


сөнки ул Алла һүҙе һәм доға менән изгеләштерелә.


Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтә нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм ҡасандыр Уның аша бар ғаләмде бар иткән Улы аша һөйләне.


Алланың яҡшы һүҙен һәм киләсәк донъя көстәренең тәьҫирен тойған,


Әммә улар күктең һәм ерҙең борондан булыуын, уларҙың Алла һүҙе менән һыуҙан һәм һыу аша яратылыуын юрый һанға һуҡмайҙар.


– Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan