Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 1:7 - Изге Яҙма

7 Фәрештәләр тураһында: «Алла Үҙенең фәрештәләрен – ел, хеҙмәтселәрен ялҡынлы ут итә», – тиелгән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

7 Фәрештәләр тураһында Ул: «Алла Үҙенең фәрештәләрен – ел, хеҙмәтселәрен утлы ялҡын итә», – ти.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Фәрештәләр тураһында: «Алла Үҙенең фәрештәләрен – ел, хеҙмәтселәрен ялҡынлы ут итә», – тиелгән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 1:7
10 Iomraidhean Croise  

Әҙәмде ҡыуып сығарҙы ла, тереклек ағасына илткән юлды һаҡлау өсөн, Ғедән баҡсаһының көнсығыш яғына кирубтар һәм әйләнеп торған утлы ҡылыс ҡуйҙы.


Ә Михаяһ былай тине: – Улай булғас, Раббы һүҙен тыңла! Мин Раббының Үҙ тәхетендә ултырғанын һәм эргәһендә, уң яҡтан да, һул яҡтан да бөтә күк ғәскәре баҫып торғанын күрҙем.


Улар һөйләшә-һөйләшә китеп бара ине, ҡапыл ялҡынлы аттар егелгән ут арбаһы пәйҙә булды ла уларҙы бер-береһенән айырҙы. Ильяс өйөрмәлә күккә ашты.


Шунан: – Йә Раббы, хеҙмәтсемдең күҙен ас, күрһен, – тип доға ҡылды. Раббы хеҙмәтсенең күҙен асты. Егет ҡараһа, ни күрә: Ильясиғиндың эргәһендәге тау утлы аттар һәм яу арбалары менән ҡапланған.


Раббыға, Уның ҡеүәтенә өмөт бағлағыҙ, Бер туҡтауһыҙ Уға ынтылығыҙ!


Өҫтөндә серафтар кәйелә; һәр береһенең алтышар ҡанаты бар: икеһе менән йөҙҙәрен, икеһе менән аяҡтарын ҡаплағандар, икеһе менән осалар.


Уның хозурынан ут ташҡыны йылға булып аға. Уға хеҙмәт итеүселәр меңдәрсә, Күптин-күптәр алдында әҙер тора. Бына хөкөм ултырышы башланды, Һәммә китаптар асылды.


– Былар – күктең бөтә ер йөҙөнөң Хакимының хозурында торған урындан сығып килгән дүрт рухы, – тип яуап бирҙе фәрештә. –


Фәрештәләрҙең бөтәһе лә ҡотолоуға эйә буласаҡ заттарға хеҙмәт итергә ебәрелгән хеҙмәтсе рухтар түгелме ни?


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan