Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 1:10 - Изге Яҙма

10 Алла тағын: «Һин, Раббым, иң тәүҙә ерҙең нигеҙен ҡорҙоң, күктәр – Һинең ҡулдарыңдың эше.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

10 Алла тағын: «Һин, Раббым, иң тәүҙә ергә нигеҙ һалдың һәм ҡулдарың күкте булдырҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Алла тағын: «Һин, Раббым, иң тәүҙә ерҙең нигеҙен ҡорҙоң, күктәр – Һинең ҡулдарыңдың эше.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 1:10
17 Iomraidhean Croise  

Иң башта Алла күк менән ерҙе яратты.


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.


Ул һыу ташып сыҡмаһын тип, диңгеҙгә ярҙар ҡуйғанда, ергә нигеҙ һалған саҡта –


Кем һыуҙарҙы усында үлсәгән, Ҡарыш менән күкте хисаплаған? Ер тупрағын үлсәмгә һыйҙырған, Тауҙарҙы бизмәнләгән, Түбәләрҙе үлсәү табаҡтарына һалған?


Күктәрҙе бар ҡылған, киреп ҡуйған, Бөтә емеше менән ер йөҙөн йәйеп һалған, Донъялағы халыҡтарға һулыш, Унда йәшәгәндәргә һулыш биргән Раббы Алла былай ти:


Минең ҡулым ерҙең нигеҙҙәрен ҡорҙо, Уң ҡулым күктәрҙе киреп ҡуйҙы. Мин саҡырыуға улар бергәләп тороп баҫыр.


Һеҙҙе яратҡан, күктәрҙе киргән, Донъяның нигеҙен ҡорған Раббыны нисек онотаһығыҙ? Һеҙҙе ҡырмаҡсы булған залимдың асыуынан Ниңә һәр ваҡыт, көнө буйы тетрәнәһегеҙ? Әммә ҡайҙа һуң ул залимдың асыуы?


Күҙегеҙҙе күтәреп күккә ҡарағыҙ, Аҫҡа – ер йөҙөнә күҙ һалығыҙ: Күктәр төтөн кеүек тараласаҡ, Ер йөҙө кейем һымаҡ туҙасаҡ; Унда йәшәгәндәр себендәй ҡырыласаҡ, Әммә Минең ҡотҡарыуым мәңгелек буласаҡ, Хаҡлығымдың сиге булмаясаҡ.


Тик шулай ҙа, Раббы, Һин – беҙҙең Атабыҙ! Беҙ – балсыҡ, ә Һин – беҙҙең көршәксе. Барыбыҙ ҙа – Һинең ҡулдарыңдың эше.


«Эй Раббы Хаким! Һин, ҡулыңды һуҙып, бөйөк ҡөҙрәтең менән күк үә ерҙе яраттың. Һинең өсөн мөмкин булмаған бер генә нәмә лә юҡ.


Әүлиәлек. Раббының Исраил тураһында әйткән һүҙҙәре. Күктәрҙе киргән, ергә нигеҙ һалған, кешегә рух биргән Раббы былай ти:


Күҙҙәреңде күккә төбәп, ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы – барлыҡ күк ғәскәрен – күргәндә, алданма, эйелеп уларға табынма, сөнки Аллаң Раббы уларҙы күк аҫтындағы башҡа халыҡтарға өлөш итеп тәғәйенләне.


«Тағы бер тапҡыр» тигән һүҙҙәр быны аңлата: ҡаҡшамаҫ нәмәләр генә ҡалһын өсөн, ҡаҡшай торған, йәғни бар ителгән һәр нәмә урынынан күсерелер.


Лаодикеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Амин тип аталған Зат, тоғро һәм хаҡ Шаһит, Алла булдырған нәмәләрҙең Сығанағы, былай ти:


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan