4 Мордехай батша һарайында ҡеүәтле кешегә әйләнде, шөһрәте бөтә өлкәләргә таралды. Мордехайҙың абруйы торған һайын арта барҙы.
Шаулдың нәҫел-нәсәбе менән Дауыт нәҫеле араһындағы талаш-тартыш бик оҙаҡҡа һуҙылды. Дауыт көсәйгәндән-көсәйә барҙы, ә Шаул нәҫеле хәлһеҙләнде.
Дауыттың ҡеүәте арта бара, абруйы күтәрелә, сөнки Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы уның менән була.
Дауыттың даны бөтә ерҙәргә тарала, һәм Раббы ҡөҙрәте менән бар халыҡтар унан ҡурҡып тора.
Уның бөтә данлы һәм ҡаһарман эштәре, Мордехайҙы ниндәй үрҙәргә күтәреүе – бөтәһе лә Мадай һәм Фарсы батшаларының йылъяҙмалар китабына яҙылған.
Ағын һыу буйына ултыртылған ағасҡа оҡшар, Миҙгелендә емеш бирер, Япрағы шиңмәҫ-һулымаҫ. Һәр эшендә уңышҡа өлгәшер.
Раббы мысырҙарҙың күңелендә Исраил халҡына ҡарата миһырбан тойғоһо уятты. Ә Мусаның үҙен Мысырҙа фирғәүендең ярандары ла, халҡы ла бөйөк ир-уҙаман тип һанай ине.
Иманлылар юлы – таңғы шәфәҡ һымаҡ, төшкә тиклем нурланғандан нурлана бара.
Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк.
Бына шундай ваҡыт килер: Мин һине иҙгәндәрҙе язалармын, Аҡһаҡтарҙы ҡотҡарырмын, Ҡыуып таратылғандарҙы йыйырмын; Ҡайҙа кәмһетелгәндәр, шул ерҙә Уларға маҡтау һәм шөһрәт ҡаҙандырырмын.
Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриә буйлап таралды. Янына төрлө сирҙәрҙән, интектергес ауыртыныуҙарҙан яфаланған, ен эйәләшкән, илергән һәм фалиж һуҡҡан кешеләрҙе алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.
Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.