16 Батшаның өлкәләрендә йәшәгән ҡалған йәһүдтәр ҙә, үҙ ғүмерҙәрен һаҡлар һәм дошмандарынан арыныр өсөн, бергә йыйылып етмеш биш мең дошманын юҡ итте, ләкин уларҙың мал-мөлкәтенә ҡул һуҙманы.
Шунан, һуйыш булған урынға кире килеп, Яҡуптың улдары һеңлеләре мәсхәрә ителгән ҡаланы таланы.
Батша был бойороғо менән һәр ҡалала йәшәгән йәһүдтәргә йыйылып үҙ йәндәрен һаҡларға – уларға ҡорал менән һөжүм иткән һәр ҡәүемде бөтә өлкәләрҙә бала-сағаһы һәм ҡатындары менән бергә үлтерергә, ҡырып бөтөрөргә, юҡ итергә, мөлкәттәрен талап алырға хоҡуҡ бирҙе.
Был көндө йәһүдтәр үҙҙәренә ҡаршы золом ҡылырға ниәтләнгән кешеләргә һөжүм итер өсөн, Ахашверош батшаның барлыҡ өлкәләрендә үҙҙәре йәшәгән ҡалаларҙа йыйылды. Йәһүдтәргә бер кем дә ҡаршы тора алманы, сөнки барлыҡ халыҡтарҙы уларҙан ҡурҡыу тойғоһо солғап алғайны.
Шулай улар ҡәүемдәрҙән ҡон ҡайтарыр, Халыҡтарҙы язаға тарттырыр,
Телһеҙ-яуапһыҙ бәндәгә, Бер һаңғырауға әйләндем.