Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 9:13 - Изге Яҙма

13 Эстер: – Әгәр ҙә батша рәхим итеп рөхсәт бирһә, Шушандағы йәһүдтәргә иртәгә лә бөгөнгө бойороҡ буйынса эш итергә мөмкин булһын, ә Һамандың ун улының кәүҙәһе дар ағасына аҫып ҡуйылһын ине, – тип яуапланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 9:13
7 Iomraidhean Croise  

Шуның өсөн уның нәҫел-ырыуынан ете кешене бирегеҙ. Беҙ уларҙы Раббы хозурында, Шаул Гивғаһында, Раббы тауында язаларбыҙ. – Бирермен, – тине батша.


Батша уларҙы ғивғондар ҡулына тапшырҙы. Уларҙы Раббы хозурында тау башында язаланылар. Етеһе бергә йән бирҙе. Улар үлтерелгәндә ураҡ башланған, арпа урағының тәүге көндәре ине.


Батша был бойороғо менән һәр ҡалала йәшәгән йәһүдтәргә йыйылып үҙ йәндәрен һаҡларға – уларға ҡорал менән һөжүм иткән һәр ҡәүемде бөтә өлкәләрҙә бала-сағаһы һәм ҡатындары менән бергә үлтерергә, ҡырып бөтөрөргә, юҡ итергә, мөлкәттәрен талап алырға хоҡуҡ бирҙе.


Батша был теләкте лә үтәргә бойорҙо. Шушанда йәнә фарман иғлан ителде. Һамандың ун улының кәүҙәһе дарға аҫып ҡуйылды.


Шушанда йәшәгән йәһүдтәр адар айының ун дүртенсе көнөндә йәнә йыйылып, ҡалала тағы өс йөҙ кешене юҡ итте, ләкин уларҙың мал-мөлкәтенә ҡул һуҙманы.


Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа аҫып ҡуйылған һәр кеше ҡәһәрләнгән», – тип яҙылған бит.


мәйет ағаста төнгөлөккә ҡалмаһын. Уны шул көндө үк ерләгеҙ, сөнки ағасҡа аҫып ҡуйылған һәр кеше Алла тарафынан ҡәһәрләнгән. Аллағыҙ Раббының һеҙгә биләмәгә бирәсәк ерен нәжесләмәгеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan