Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 8:9 - Изге Яҙма

9 Өсөнсө айҙың, йәғни сиуан айының егерме өсөнсө көнөндә батша кәтиптәре саҡырылды. Һиндостандан алып Кушҡа тиклем бөтә йөҙ ҙә егерме ете өлкәләге йәһүдтәргә, шулай уҡ батша һанаттарына, урындағы идарасыларға һәм өлкә түрәләренә тәғәйенләп, урындағы яҙма менән һәр халыҡҡа үҙ телендә, йәһүдтәргә лә уларҙың яҙмаһында һәм үҙ телендә тап Мордехай бойорғанса яҙылды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 8:9
10 Iomraidhean Croise  

Хилҡияһ улы Әлъяҡим, Шевна һәм Йоах баш вәзиргә: – Беҙ ҡолдарың менән арами телендә һөйләшһәң ине, – тинеләр. – Беҙ ул телде аңлайбыҙ. Йәһүдсә һөйләшмә, сөнки диуарҙар өҫтөндәге халыҡ беҙҙе ишетеп тора.


Асаның хакимлығының ун бишенсе йылында, йылдың өсөнсө айында Йәрүсәлимгә йыйылалар.


Был ваҡиғалар Ахашверош батша – Һиндостандан алып Кушҡа тиклем йәйелгән йөҙ ҙә егерме ете өлкәгә хакимлыҡ иткән Ахашверош – заманында булды.


үҙенең барлыҡ биләмәләренә – һәр өлкәгә үҙ яҙмаһында, һәр халыҡҡа үҙ телендә хат-хәбәр ебәрҙе. Барлыҡ телдәрҙә: «Ир кеше үҙ өйөндә хужа булһын», – тип иғлан ителде.


Ахашверош батша бөтә илендә, диңгеҙ ярҙарында йәшәүселәргә тиклем, һалым индерҙе.


– Мин, Навуходоносор, үҙ йортомда тыныс ҡына йәшәп ята, үҙ һарайымда хозур көн итә инем.


Илгә идара итер өсөн мадай Дарий батшалыҡтың бөтә өлкәләренә йөҙ ҙә егерме идарасы тәғәйенләне.


Аҙаҡтан Дарий батша ер йөҙөндәге бөтә халыҡтарға, ҡәүемдәргә һәм ҡәбиләләргә былай тип яҙҙы: «Именлек һәм муллыҡ һеҙгә!


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan