Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 7:7 - Изге Яҙма

7 Батша ярһып табындан тороп китте лә һарай баҡсаһына сыҡты, ә Һаман, Эстер батшабикәнән ғүмерен өҙмәүен ялбарыр өсөн, эстә ҡалды: ул батшаның ҡәтғи ҡарарға килгәнен аңлағайны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 7:7
14 Iomraidhean Croise  

Ләкин Вашти батшабикә Ахашвероштың алашарҙар аша еткергән бойороғон үтәргә теләмәне, батша янына барыуҙан баш тартты. Батша быға бик ныҡ ярһыны, күңелендә асыу ҡайнаны.


Был көндәр үткәс, батша Шушан ҡалаһының ҡәлғәһендә булған бөтә кешеләргә – олоһона ла, кесеһенә лә – батша һарайы баҡсаһында ете көнлөк мәжлес ҡорҙо.


Һамандың Мордехай өсөн әҙерләткән дар ағасына уның үҙен аҫып ҡуйҙылар. Шунан һуң батшаның асыуы баҫылды.


Ямандар – яҡшылар ҡаршыһында, яуыздар – тәҡүәләр алдында баш эйер.


Аҡыл менән эш иткән хеҙмәтсе батшаның рәхмәтен ҡаҙаныр; хурлыҡлы эш ҡылыусы уның асыуына дусар булыр.


Батшаның асыуы – үлем илсеһе, әммә аҡыллы кеше уны тынысландырыр.


Батшаның ярһыуы гүйә арыҫлан ырылдауы, ә илтифаты үләндәге ысыҡ һымаҡ.


Һине иҙгәндәрҙең балалары Килеп алдыңа эйелер; Һиңә кәмһетеп ҡарағандарҙың һәммәһе, Аяҡтарыңа йығылып, сәждә ҡылыр. Улар һине Раббы ҡалаһы, Исраилдың Изге Аллаһының Сионы тип атар.


Навуходоносор бик ныҡ асыуланды, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға ҡарап, сырайы боҙолдо ла мейесте элеккенән ете тапҡырға артығыраҡ ҡыҙҙырырға бойорҙо.


Иблис йыйынынан булғандарҙы, үҙҙәрен йәһүд тип атағандарҙы – асылда улар йәһүд түгел, ә ялғансылар – Мин аяғыңа йығылырға мәжбүр итермен һәм шул саҡта улар һине һөйгәнемде белерҙәр.


Әгәр ҙә ул «ярар» тиһә, тимәк, мин ҡолоңа ҡурҡыныс янамай. Ә инде асыуы тоҡанһа, бел, ул миңә яуызлыҡ эшләргә ниәтләй.


– Булыуы мөмкин түгел! – тип яуапланы Йонаҫан. – Әгәр атайымдың уйында яуызлыҡ икәнен ысынлап та белһәм, һиңә әйтмәй ҡаламмы һуң?


Шулай булғас, үҙең уйлап ҡара ла берәй ҡарарға кил, сөнки әфәндебеҙгә һәм уның йортона ҡотолғоһоҙ хәүеф янай. Ә ул тупһыҙ кеше, уның менән һөйләшеүҙән файҙа юҡ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan