4 Эстер: – Әгәр ҙә батша рәхим итеп риза булһа, бөгөн мин уның хөрмәтенә ойошторған табынға килһен, үҙе менән Һаманды ла алһын, – тине.
– Һыйыңды бир, улым, ашайым да һине фатихалайым. Яҡуп атаһына ашарға һыйын, эсергә шарабын бирҙе. Исхаҡ ашаны-эсте.
мотлаҡ рәүештә: «Ҡолоң Яҡуп арттан килә», – тип өҫтәргә ҡушты. Шул рәүешле алдан бүләктәр ебәреп, Яҡуп Ғаяздың күңелен йомшартырға булды. Ә һуңынан уның күҙенә үҙем күренермен, бәлки, шунан ул мине яҡшы ҡабул итер, тип уйланы.
Вашти батшабикә лә Ахашверош батша һарайында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым табын ҡорҙо.
Сапҡындар батшаның бойороғо менән кисекмәҫтән юлға сыҡты һәм фарман Шушан ҡәлғәһендә иғлан ителде. Батша менән Һаман шарап эсергә ултырҙы, ә ҡала халҡы аптырап ҡалды.
Батша уға: – Ни булды, Эстер батшабикә? Ниндәй үтенесең бар? Батшалығымдың яртыһын һораһаң да бирәм, – тип мөрәжәғәт итте.
– Тиҙ генә бында Һаманды саҡырығыҙ, әйҙә, Эстер нисек теләй, шулай булһын, – тине батша. Батша менән Һаман Эстер ойошторған табынға килде.
әгәр ҙә мин батшаның күңеленә хуш булһам, әгәр ҙә батша мин һорағанды эшләргә, минең үтенесемде үтәргә рәхим итеп риза булһа, батша Һаман менән иртәгә лә мин улар өсөн ойошторған табынға килһен. Шул саҡта батшаның һорауына яуап бирермен.
Кем беҙҙең Аллабыҙ Раббыға оҡшаш? Ул юғарыла тәхет ҡорған.
Ахмаҡ әҙәм асыуына ирек бирер, аҡыллы әҙәм уны тыйып торор.
Имандаштар, уйҙарығыҙ балалыҡ үлсәмендә ҡалмаһын, яманлыҡҡа ҡарата – сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.