Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 4:16 - Изге Яҙма

16 – Бар, Шушанда булған бөтә йәһүдтәрҙе йый ҙа өс көн, өс төн ашамай-эсмәй минең өсөн ураҙа тотоғоҙ. Мин дә хеҙмәтсе ҡыҙҙарым менән бергә шул рәүешле ураҙа тотормон, шунан, ҡанунға ҡаршы килеп булһа ла, батша янына барырмын. Үлергә яҙһа – үлермен, – тип әйтергә ҡушты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 4:16
29 Iomraidhean Croise  

Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.


Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла һеҙгә мәрхәмәтен һалып, ул кеше тегендә ҡалған туғанығыҙҙы ла, Бинйәминде лә ебәрә күрһен инде! Ә миңә балаларымдан мәхрүм булыу яҙған икән, шулай булыр, күрәһең.


Батыр бул, халҡыбыҙ өсөн, Аллабыҙҙың ҡалалары өсөн ныҡ торайыҡ, ә Раббы Үҙе нисек хуш күрә, шулай эшләр.


Ҡалаға инәйек тиһәк, унда аслыҡ – үләсәкбеҙ. Бында ултырһаҡ та шул уҡ үлем. Әйҙә арамиҙар тупламына барайыҡ. Тере ҡалдырһалар, йәшәрбеҙ; үлтерһәләр – үлербеҙ, – тине.


Йеһошафат ҡаты ҡурҡыуға ҡала. Ул Раббынан һорарға ҡарар ҡыла һәм бөтә Йәһүҙәлә ураҙа иғлан итә.


Аллабыҙға буйһоноуыбыҙҙы күрһәтеп, Унан үҙебеҙҙең, балаларыбыҙҙың, бөтә мөлкәтебеҙҙең юлын хәйерле итеүен һорап, Аһауа йылғаһы буйында ураҙа иғлан иттем.


Быға яуап итеп Эстер Мордехайға:


Мордехай бынан китеп, бөтәһен дә Эстер ҡушҡанса эшләне.


Батша фарманы һәм ҡарары ҡайһы өлкәгә генә килмәһен, бөтә ерҙә лә йәһүдтәр тәрән ҡайғыға төштө, ураҙа тотоп, әсе күҙ йәштәре түкте, күбеһе тупаҫ туҡымаға төрөнөп көлдә ятты.


Өсөнсө көнөнә Эстер, батшабикә кейемен кейеп, батша һарайының эске ихатаһына, тәхет залы ҡаршыһына килеп баҫты. Был мәлдә батша залдың ишегенә ҡаршы урынлашҡан тәхетендә ултыра ине.


Йәһүдтәр үҙҙәре һәм тоҡомдары өсөн ураҙа тотоу һәм ҡайғы көндәрен билдәләп ҡуйған һымаҡ, йәһүд Мордехай менән Эстер батшабикә уларға яҙғанса, Пурим көндәре лә тәғәйен ваҡытта үткәрелергә тейеш ине.


Ул көндө бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.


Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының бишенсе йылында, туғыҙынсы айҙа Йәрүсәлимдә йәшәгән бар халыҡҡа һәм Йәһүҙә ҡалаларынан Йәрүсәлимгә килгән һәр кешегә Раббыға бағышлап ураҙа иғлан ителде.


«Бабилдың башҡа аҡыл эйәләре менән бергә үҙебеҙ ҙә үлем язаһына дусар булмаҫ өсөн, Күк Аллаһына ялбарығыҙ: мәрхәмәтен күрһәтеп был серҙе асһын», – тине ул дуҫтарына.


Сөнки, Юныс ҙур бер балыҡтың ҡарынында өс көн һәм өс төн үткәргән кеүек, Әҙәм Улы ла ер ҡуйынында өс көн һәм өс төн үткәрер.


Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; әммә кем үҙенең йәнен Минең хаҡыма юғалта, уны һаҡлап ҡалыр.


Пилатос: – Ни яҙһам, шул яҙылды инде, – тип яуап бирҙе.


Фәрештә киткәс, Корнелиус ике хеҙмәтсеһен һәм үҙенең шәхси йомоштарын үтәгән диндар бер ғәскәриҙе саҡырып алды.


Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.


Әммә ул: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илап, йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Йәрүсәлимдә тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.


Көн тыуыр алдынан Паулус ашап алырға ҡыҫтай башланы. – Һеҙ бөгөн ун дүртенсе көн инде көсөргәнешле хәлдәһегеҙ, тәғәм ризыҡ ҡапҡанығыҙ юҡ.


Өс көн буйы ул бер нәмә лә күрмәне, ашаманы ла, эсмәне лә.


Улар минең хаҡыма ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтә берҙәмлектәре лә рәхмәтле.


Ул, хеҙмәтегеҙҙең етешмәгән яҡтарын еренә еткереү өсөн, үҙ ғүмерен Мәсих эше хаҡына ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үлемдән саҡ тороп ҡалды.


Әгәр ҙә ки һеҙҙең Раббыға хеҙмәт иткегеҙ килмәй икән, кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе хәҙер үк ошонда хәл итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһы аръяғында сәждә ҡылған илаһтарғамы, әллә әле һеҙ йәшәп ятҡан ерҙәге әмөриҙәрҙең илаһтарынамы? Әммә мин һәм минең нәҫелем Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ.


Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, пелештиҙе үлтерҙе. Раббы бөтә Исраилға бөйөк еңеү бирҙе. Быны һин үҙең дә күреп торҙоң, ҡыуандың. Шулай булғас, ниңә ғәйепһеҙгә ҡан түгергә, Дауытты бер сәбәпһеҙ үлтереп гонаһ ҡылырға уйлайһың?


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan