Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 4:11 - Изге Яҙма

11 – Батшаның бар хеҙмәтселәре һәм батша өлкәләрендәге барлыҡ халыҡтар белә: әгәр ҙә берәй кеше, ирме ул, ҡатын-ҡыҙмы, саҡырылмайынса батша янына, эске ихатаға инһә, уны, ҡанунға ярашлы, үлем язаһы көтә. Бары тик батша уның яғына төбәп алтын таяғын һуҙһа ғына, теге кеше иҫән ҡала. Ә минең утыҙ көн инде батша янына саҡырылғаным юҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 4:11
9 Iomraidhean Croise  

Әгәр ҙә батша хуп күрһә: «Вашти батшабикә бынан ары Ахашверош батша янына инмәһен», – тип үҙ исеменән бойороҡ сығарһын. Был бойороҡ Фарсы һәм Мадай ҡанундарына яҙылһын һәм башҡаса үҙгәртелмәһен. Батшабикәлек дәрәжәһен иһә батша Ваштиҙан алып яҡшыраҡ ҡатынға бирһен.


Кис көнө ҡыҙ батша янына инә, иртәнсәк инде батша ҡатындары өсөн тәғәйенләнгән башҡа йортҡа, батшаның йәриәләр һаҡсыһы Шағашгаз алашар күҙәтеүе аҫтына килтерелә. Әгәр ҡыҙҙы батша бик үк оҡшатып бөтмәһә һәм исемен атап ҡабат саҡырмаһа, ул ҡыҙ батша янына бүтәнсә инә алмай.


Эстер ҙа Һаҫах аша Мордехайға былай тип әйтергә ҡушты:


Эстерҙың был һүҙҙәрен Мордехайға еткерҙеләр.


Батша: – Ишек алдында кем бар? – тип һораны. Был ваҡытта Һаман батша һарайының эске ихатаһына үҙе әҙерләткән дар ағасына Мордехайҙы аҫтырыу тураһында батша менән һөйләшергә килгәйне.


Батша Эстерға алтын таяғын һуҙҙы. Эстер тороп баҫты ла батша алдына килеп:


төшөмдө һөйләп бирмәһәгеҙ, барығыҙҙы ла бер яҙмыш көтә. Һеҙ минең алдымда алдашырға һәм хәйләләшергә һүҙ ҡуйышҡанһығыҙ – йә берәй нәмә үҙгәреп китер, тип көтәһегеҙ. Йәгеҙ әле, минең төшөмдө һөйләгеҙ, шул саҡта мин уны юрай алырығыҙға ышанырмын, – тип яуапланы.


Ирҙәр, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙға, уларҙың көсһөҙөрәк зат икәнен иҫкә алып, иғтибарлы булығыҙ. Ҡатындарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, улар ҙа һеҙҙең кеүек үк Алланан тормош бүләге алды бит. Шунда доғаларығыҙға бер нимә лә тотҡарлыҡ итмәҫ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan