7 Ахашверош хакимлығының ун икенсе йылында, беренсе ай булған нисан айында, Һаман алдында көн һәм айҙы билдәләр өсөн, «пур», йәғни йәрәбә һалдылар. Йәрәбә ун икенсе ай булған адар айына төштө.
Ахашверош батшалыҡ итә башлағас, улар Йәһүҙә менән Йәрүсәлим кешеләрен ғәйепләп хат яҙҙы.
Был йорт Дарий батша хакимлығының алтынсы йылында адар айының өсөнсө көнөнә төҙөлөп бөттө.
Артахшаста батша хакимлығының егерменсе йылында, нисан айында булды был хәл. Батшаға шарап алып килделәр. Мин уны батшаға бирҙем. Быға тиклем минең бер ваҡытта ла уға бойоҡ сырай менән күренгәнем юҡ ине.
батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында үҙенең вәзир-бәктәре һәм яҡындары өсөн мәжлес ойошторҙо. Фарсы һәм Мадайҙың ғәскәр башлыҡтары, юғары ҡатлам кешеләре, өлкә башлыҡтары батша мәжлесенә йыйылды.
Ахашверош батша хакимлығының етенсе йылында, тевеҫ тип аталған унынсы айҙа Эстерҙы батша һарайына алып килделәр.
Ун икенсе ай – адар айының ун өсөнсө көнөндә батша фарманы һәм бойороғон үтәр көн килеп етте. Был көндө дошмандары йәһүдтәрҙән өҫтөнлөк алырға өмөтләнгәйне лә, киреһенсә килеп сыҡты, йәһүдтәр, үҙҙәрен күрә алмағандар өҫтөнән еңеү ҡаҙанды.
Унда йәһүдтәргә адар айының ун дүртенсе һәм ун бишенсе көндәрен йыл һайын билдәләргә бойоролдо.
Йәһүдтәр бөтә дошмандарын ҡылыстан үткәрҙе, үлтерҙе, ҡырып һалды. Үҙҙәренә нәфрәт тотҡандар менән нисек теләйҙәр, шулай эшләнеләр.
Күпме генә йәрәбә һалһаң да, бөтә ҡарар – Раббынан.
Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағас, йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар