Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 3:11 - Изге Яҙма

11 Батша Һаманға: – Көмөшөң үҙеңдә ҡалһын, ә был халыҡ менән йәнең нисек теләй, шулай эшлә, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 3:11
6 Iomraidhean Croise  

Батша бармағынан мөһөр йөҙөгөн сисеп, йәһүдтәрҙең дошманына – Агаг нәҫеленән булған Һаммедаҫа улы Һаманға бирҙе.


Тәүге айҙың ун өсөнсө көнөндә батша кәтиптәре саҡырылды. Һамандың әмере, һәр өлкәнең үҙ яҙмаһында, һәр халыҡтың үҙ телендә яҙылып, батша һанаттарына, бөтә өлкәләрҙең башлыҡтарына һәм барлыҡ халыҡтарҙың хакимдарына ебәрелде. Был әмер Ахашверош батшаның исеменән яҙылды һәм уның мөһөр йөҙөгө менән раҫланды.


Изге торлағыңа ут төрттөләр, Исемең төйәкләнгән урынды Ергә ҡолатып нәжесләнеләр.


Миңә килгәндә инде, бына, ихтыярығыҙҙамын. Нисек яҡшы тип табаһығыҙ, нисек дөрөҫ һанайһығыҙ, шуны эшләгеҙ.


Бөгөн һине ҡулыңдағы бығауҙарҙан азат итәм. Әгәр минең менән Бабилға барғың килһә, бар, һинең хаҡта ҡайғыртырмын. Әммә минең менән Бабилға барғың килмәһә, ҡал. Бына, бөтә ер алдыңда ята, ҡайҙа теләйһең, ҡайҙа дөрөҫ тип һанайһың, шунда бар.


Фетнәлә ҡатнашҡаны һәм кеше үлтергәне өсөн төрмәгә ултыртылған Бараббасты халыҡ һорауы буйынса азат итте, ә Ғайсаны уларҙың ихтыярына тапшырҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan