9 Етегәнде, Орион менән Өлкәрҙе, Көньяҡ күге йондоҙҙарын Ул яратҡан.
Ҙурырағы – көн, бәләкәйерәге төн менән идара итһен өсөн Алла ике ҙур яҡтыртҡыс яратты, йәнә йондоҙҙар хасил итте.
Дауыл үҙенең торлағынан сыға, Төньяҡтан иҫкән ел һалҡын килтерә.
Ҡыҙырҙылар бер ҡәүем араһынан икенсеһенә, Бер батшалыҡтан башҡа халыҡҡа.
Уның мөҡәддәс исеме менән маҡтанығыҙ, Раббыны эҙләгәндәрҙең күңелдәре шат булһын!
Ер йөҙөнә әмерҙәрен юллай, Уның һүҙе ташҡындай йәйелә.
Өлкәр менән Орионды бар ҡылыусы, Дөм-ҡараңғыны яҡты таңға, Яҡты көндө ҡара төнгә әүерелдереүсе, Диңгеҙ һыуҙарын бергә йыйып, Ер йөҙөнә түгеүсе – Исеме Уның – Раббы!
Унан, яр яғалап йөҙөп, Регион ҡалаһына килдек. Икенсе көндө ел ыңғайына Потиолой ҡалаһына еттек.