3 Әгәр берәү Уның менән дәғүәләшһә, Уның мең һорауына бер яуап таба алмаҫ.
Аллаға әйтермен: мине хөкөм итергә ашыҡма, Аңлат миңә, Һин мине нимәлә ғәйепләйһең?
Минең менән дәғүәләшә алыусы булырмы? Ул саҡта шымырмын да үлермен.
Бер һүҙеңә лә яуап бирмәй тип, Нимәгә һиңә уның менән сәкәләшергә?
Хөкөм өсөн хозурына килһендәр тип, Алла кешегә айырым ваҡыт әйтеп тормай.
«Әйҙә, ирҙәрсә билеңде быу ҙа, Мин һорайым, ә һин аңлатып бир.
Улай икән, үҙеңде бөйөклөк һәм мөһабәтлек менән биҙә, Балҡышҡа һәм күркәмлеккә сорнал.
Шулай булғас, нисек мин Уға яуап бирә алайым? Уның алдында мин нисек һүҙ табайым?
Хаҡлы булһам да, үҙ телем үҙемде ғәйепләп ҡуйыр. Камил булһам да, ғәйеплегә сығарыр.
Әгәр ҙә дошманым өҫтөн сығып тантана итмәһә, Мине хуш күреүеңде аңлармын.
Эй әҙәм балаһы, Алла менән бәхәсләшергә кем һуң һин? Көршәк үҙен яһаусыға: «Ниңә һин мине былай итеп яһаның?» – тип әйтерме?
Әгәр: «Гонаһыбыҙ юҡ», – тибеҙ икән, үҙ-үҙебеҙҙе алдайбыҙ һәм беҙҙә хәҡиҡәт юҡ.
сөнки, әгәр йөрәгебеҙ беҙҙе ғәйепләһә, Алла беҙҙең йөрәгебеҙҙән ҙурыраҡ һәм Ул бөтәһен дә белә.