2 «Тағы күпме шулай һөйләнерһең? Һүҙҙәрең – ярһыу ел һымаҡ!
– Сыҡ, тауҙа Раббы ҡаршыһына баҫ, – тине уға Раббы. – Һинең яныңдан Раббы уҙыр. Шул ваҡыт тауҙарҙы һелкетеп, ҡаяларҙы емереп, Раббы алдында көслө ел күтәрелде. Әммә Раббы елдә түгел ине. Шунан ер тетрәне. Әммә Раббы ер тетрәүендә лә түгел ине.
«Аҡыллы ир елдән килгән белем менән яуап ҡайтарырмы? Ҡорһағын көйҙөргөс ел менән тултырырмы?
Буш һүҙҙәрегеҙгә сик булырмы? Ниңә шул тиклем үрәпсейһегеҙ – Ауыртҡан урынығыҙға тейҙемме?
«Ҡасан бөтөр һүҙҙән арҡан ишеүегеҙ? Башта уйлашығыҙ, унан һөйләшербеҙ.
Нишләп һеҙ һүҙҙәремә бәйләнәһегеҙ? Өмөтө өҙөлгәндең әйткәнен Иҫкән елгә тиңләйһегеҙ?
Тәүәккәлләп мине иҙһен ине, Ҡул һуҙып, ғүмер ебемде өҙһөн ине.
Шуға күрә өндәшмәй ҡала алмайым, Рухымдың хәсрәтләнеүен, Йәнем өҙгөләнеүен әрнеп һөйләйем.
Шуахтан килгән Билдад былай тип яуапланы:
Муса менән Һарун, фирғәүен янына килеп былай тине: – Ғивриҙәр Аллаһы Раббы: «Һин Миңә буйһоноуҙан тағы күпме баш тартмаҡсы булаһың? Халҡымды ебәр, Миңә ғибәҙәт ҡылһындар.
Шул саҡ хеҙмәтселәре фирғәүенгә: – Был әҙәмдән тағы күпме ыҙа сигергә? – тинеләр. – Ебәр һин уларҙы, әйҙә, үҙ Аллалары Раббыға ғибәҙәт ҡылһындар. Мысырҙың һәләкәт сигендә икәнен күрмәйһеңме ни?
«Эй моңһоҙҙар, ҡасанғаса бер ҡатлы булып йөрөрһөгөҙ, һеҙ, битһеҙҙәр, ҡасанғаса һөмһөҙләнерһегеҙ, наҙандар, ҡасанға тиклем аң-белемде ек күрерһегеҙ?
Пәйғәмбәрҙәр – тик ел генә; Алланың һүҙе уларҙа түгел. Юрағандары үҙ баштарына төшһөн», – тинеләр.