9 Болот таралып юҡ булған һымаҡ, Үлеләр донъяһына инеүсе ҡабат сыҡмаҫ.
Хәҙер инде, бала вафат булғас, ниңә ураҙа тоторға? Мин уны кире ҡайтара аламмы ни? Мин уның янына китәсәкмен, ә ул миңә кире ҡайтмаясаҡ.
Ахырҙа һәммәбеҙ ҙә үләбеҙ. Ергә түгелгән һыуҙы ҡабат йыйып алып булмай. Алла берәүҙең дә йәнен харап итергә теләмәй, ситкә тибәрелгән кеше Минән ситләшә күрмәһен тип уйлай.
Ҡайтып булмаҫ ергә киткәнемә тиклем, Ҡараңғылыҡ, үлем шәүләһе иленә,
Ул күктән юғарыраҡ – һин нимә эшләй алырһың? Үлеләр донъяһынан да тәрән – һин нимә белә алырһың?
Һанаулы йылдар бит бик тиҙ үтер – Кире ҡайтып булмаҫ юлға сығасаҡмын.
Әгәр ҙә берҙән-бер йортом үлеләр донъяһы булһа, Ҡараңғылыҡта түшәгемде йәйһәм,
Өмөт минең менән бергә үлеләр донъяһына төшөрмө? Минең менән бергә тупраҡ аҫтына инерме?»
Хәҙер тыныс ятҡан булыр инем, Үлем йоҡоһонда ял табыр инем
Мине дәһшәт солғап алды, Абруйым ел кеүек осоп китте, Именлегем томан һымаҡ таралды.
Ул болоттарҙы һыу менән һуғара, Болот эсенән йәшен уттарын сәсә.
Сөнки иҫәпһеҙ-һанһыҙ бәләләр солғап алды, Гонаһтарым, ҡыуып етеп, күҙ алдымды томаланы, Башымдағы сәсемдән дә күптәр улар. Бер ниндәй сараһыҙ тороп ҡалдым.
Ул хакимдар үлде, инде терелмәҫтәр; Әруахтары ҡабат тороп сыҡмаҫ. Сөнки Һин уларҙы язалап юҡ иттең, Улар хаҡында хәтирәләрҙе юйҙың.
Мин уйланым: «Раббыны инде күрмәм, Эйе, Раббыны тереләр ерендә күрмәм. Был донъяла йәшәгәндәр менән бергә Кеше йөҙөн бүтән күрмәм.