2 Ахмаҡты ҡыҙыулығы үлтерер, Бер ҡатлыны көнсөллөгө бөтөрөр.
Яҡупҡа бала таба алмағаны өсөн Рәхилә апаһына ҡарата көнсөллөк менән янды. – Бала бир миңә, – тине ул Яҡупҡа, – юғиһә мин үләм!
Онан Тамар тапҡан балалар уныҡы булып иҫәпләнмәҫен белә ине. Шуға күрә, ағаһына бала яралтмаҫ өсөн, ул Тамар менән йоҡлағанда орлоғон гел ситкә ағыҙҙы.
Һин асыуҙан үҙ-үҙеңде өҙгөләйһең – Һин тип ер йөҙө бушап ҡалһынмы? Ҡаялар торған урынынан ҡупһынмы?
Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Раббы, сатырыңда ҡунаҡ булырға кем һуң лайыҡ? Мөҡәддәс тауыңда йәшәргә кемдең хаҡы бар?
Ошо ерҙә һындырҙы йәшен кеүек уҡтарҙы, Ҡалҡан-ҡылыстарҙы – ҡоралдарҙы.
Ахмаҡтың асыуы йөҙөнә сығыр, аҡыллы хурлауҙы ишетмәмешкә һалышыр.
Бойороҡто үтәгән ғүмерен һаҡлар, юлын ҡайғыртмаған үлемгә осрар.
Ярһыу әҙәмгә ваҡытында язаһын бирергә тейешһең; бер аяһаң, тағы ла насарыраҡ булыр.
Таш ауыр, ҡом тос тарта, әммә ахмаҡтың рәнйетеүе икеһенән дә ауырыраҡ.
Бер ҡатлылар, аҡыл менән эш итергә өйрәнегеҙ, эй ахмаҡтар, аҡыл туплағыҙ.
Асыуланырға ашыҡма, Асыу ахмаҡтарҙың эсендә оялай.
Әфраим аңһыҙ, алйот күгәрсен һымаҡ булып, Йә Мысырҙы саҡыра, йә Ашшурға китә.
– Үҫемлек арҡаһында шулай асыуландыңмы? – тип һораны Алла Юныстан. – Эйе, – тине Юныс. – Үлем сигенә етерлек асыуландым.
ә үҙен генә яратып, хәҡиҡәткә буйһонмайынса яуызлыҡ юлынан барыусыларға Алла ярһыуын һәм асыуын төшөрөр.
Ундайҙар өйҙәргә шым ғына үтеп инә һәм гонаһҡа батҡан, төрлө кәйеф-сафаға бирелгән ҡатындарҙы үҙенә ылыҡтыра.