7 „Әйҙә, оҙаҡ йәшәгәндәр һөйләһендәр, – тип уйланым. – Өлкәндәр аҡылға өйрәтһен“.
Рехавғам батша атаһы Сөләймән иҫән саҡта уға хеҙмәт иткән аҡһаҡалдарҙан: – Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ, был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарырға? – тип һорай.
Аҡһаҡалдарҙа аҡыл бар, Оҙон ғүмерлеләр – зирәк була.
Арабыҙҙа сал сәслеһе, ҡарты ла бар, Улар атаңдан да өлкәнерәк.
Хикмәт йәштә түгел. Ғәҙеллекте аңлау тик ҡарттарға ғына бирелмәгән.
Сал сәс – кешенең тоғро юлда ҡаҙанған шөһрәт тажы.
Һеҙ күптән инде үҙегеҙ өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙҙе һаман Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтергә кәрәк. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк.