9 Ул төндөң таң йондоҙҙары ҡараңғыланһын; Зарығып таңды көтөүе бушҡа сыҡһын; Иртәнге шәфәҡ нурҙарын күрә алмаһын.
Сөнки ул төн әсәйемдең аналығын бикләмәгән, Күҙҙәремде ғазаптарҙан йәшермәгән.
Ливъяҫанды уята алырлыҡ Көндәргә ләғнәт уҡыусылар Әйҙә ул көнгә ҡарғыш яуҙырһын.
Мин яҡшылыҡ көттөм – яманлыҡ килде; Яҡтылыҡ өмөт иткәндә, ҡараңғылыҡ баҫты.
Бышҡырһа, йәшен йәшнәгән һымаҡ; Күҙҙәре – таң нурҙарына оҡшаш.
Уға ҡаршы ҡылыс күтәреү файҙаһыҙ, Һөңгө лә, уҡ та, һис бер ҡорал сыҙамаҫ.
Ҡараңғылыҡ баҫып алғансы, Эңерҙә аяғығыҙ тауҙарҙа һөрөнгәнгә тиклем Аллағыҙ Раббыны данлағыҙ! Һеҙ яҡтылыҡ көтөрһөгөҙ, Әммә Раббы уны үлем күләгәһенә, Дөм-ҡараңғылыҡҡа әйләндерер.
Беҙ именлек көттөк, әммә яҡшылыҡ килмәне. Шифа тапмаҡсы инек, ҡазаға дусар булдыҡ.