4 – Тире урынына тире! – тип яуапланы шайтан. – Йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн әҙәм бер нәмәһен дә ҡыҙғанмай.
Улар көтөү-көтөү малдарын алып килде, Йософ икмәкте мал-тыуарға: ат, һарыҡ, кәзә, һыйыр, ишәктәргә алмашып бирә башланы. Бер йыл буйы шулай булды.
Һинең күҙ алдыңда еребеҙ-ниебеҙ менән үлеп ятайыҡмы ни инде? Икмәккә алмашҡа үҙебеҙҙе лә, еребеҙҙе лә ал – беҙ еребеҙ менән бергә фирғәүендең ҡолдары булайыҡ. Тик орлоҡ ҡына бирә күр – үҙебеҙ тере ҡалайыҡ та ер буш ятмаһын.
– Беҙ Исраил батшаларын мәрхәмәтле батшалар тип ишеттек. Билебеҙгә ҡыл туҡыма урап, башыбыҙға бау тағып, Исраил батшаһына барайыҡмы әллә? Бәлки, ул һине тере ҡалдырыр? – тине ярандары Бен-Һададҡа.
Раббы шайтандан: – Ҡолом Әйүпкә иғтибар иттеңме? – тип һораны. – Ер йөҙөндә уның кеүек башҡа бер кем дә юҡ. Ул камил һәм намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше. Һин Мине ғәйепһеҙҙән уны һәләк итергә ҡотортһаң да, ул һаман намыҫлы булып ҡала.
Ҡулыңды һуҙ ҙа уның ите менән һөйәгенә ҡағыл әле – ул, һис шикһеҙ, күҙ алдында Һиңә ҡарғыш яуҙырасаҡ.
Бай әҙәм байлығы менән ғүмерен һаҡлай, ә ярлыға һис нәмә янамай.
Шул саҡ килгәндәрҙең араһындағы ун кеше Исмәғилгә: – Үлтермә беҙҙе! Ҡырҙа йәшереп ҡуйған бойҙай, арпа, зәйтүн майы һәм балыбыҙ бар, – тип ялынды. Исмәғил уларҙы башҡалар менән бергә үлтермәне.
Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? Йәнен ҡайтарып алыр өсөн ул нимә түләй ала?
Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ. Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни?
Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк бит.
Улар Йушағҡа: – Беҙгә, һинең ҡолдарыңа, мәғлүм булды: Аллаң Раббы Үҙенең ҡоло Мусаға бөтә ерҙе һеҙгә биреп, унда йәшәүселәрҙең барыһын ҡылыстан үткәрергә бойорған. Беҙ үҙ ғүмеребеҙ өсөн бик ҡурҡтыҡ, шуға күрә лә шулай эшләнек, – тип яуап ҡайтарҙы. –