13 Ете көн, ете төн буйы уның эргәһендә ерҙә ултырҙылар. Бер кем дә ауыҙ асып һүҙ әйтмәне, сөнки Әйүптең ни тиклем ауыр ғазап сиккәнен күреп торалар ине.
Алла яҡтылыҡты – «көн», ә ҡараңғылыҡты «төн» тип атаны. Кис булды, таң атты – беренсе көн булды.
Алла көмбәҙгә «күк» тип исем бирҙе. Кис булды, таң атты – икенсе көн булды.
Иордан аръяғындағы Горен-Атадҡа барып еткәс, улар күмәкләшеп ҡысҡырып илай-илай матәм йолаһын үткәрҙеләр. Йософ атаһы өсөн ете көн йәш түкте.
Быны ишеткәс, сапаным менән күлдәгемде йыртып, сәсем менән һаҡалымды өҙгөләп, хәсрәткә батып ултырҙым.
Был хәбәрҙе ишеткәс, ултырып иланым, әллә нисә көн хәсрәткә батып йөрөнөм, ураҙа тотоп, Күк Аллаһына доға ҡылдым.
Шунан һуң Әйүп, һүҙ башлап, үҙе донъяға килгән көндө ҡәһәрләне.
«Берәү һиңә һүҙ әйтергә баҙнат итһә, Күңелеңә ауыр алмаҫһыңмы? Хәйер, нисек өндәшмәй ҡалаһың?
Килер быуындарҙан йәшермәбеҙ: Раббының данға лайыҡ эштәрен, Ҡөҙрәтен, ҡылған мөғжизәләрен Киләсәк быуындарға иғлан итербеҙ.
«Эй ғиффәтле Бабил-ҡыҙ, Урыныңдан төш, тупраҡҡа ултыр. Халдей ҡыҙы, тәхетең юҡ, ергә ултыр! Бынан ары һине наҙлы, нәфис тип әйтмәҫтәр.
Баштарына саң һипкән, ҡыл кейем кейгән Сион ҡарттары өнһөҙ-тынһыҙ ерҙә ултыра; Йәрүсәлим ҡыҙҙары баштарын ергә эйгән.
Кевар йылғаһы буйында Тел-Авивта һөргөндә йәшәүселәр янына килдем. Шунда, улар йәшәгән ерҙә, ҡалдым да араларында ете көн буйы шаңҡып ултырҙым.