3 Эй Алла, Үҙ-Үҙең алдында йолоп алыусым бул! Башҡа кем һуң миңә ярҙам ҡулы һуҙыр?
Мин башым менән яуап бирәм: ул ҡайтасаҡ. Әгәр уны алып ҡайтмаһам, ғүмерем буйы һинең алда ғәйепле булырмын.
Мин ҡолоң, атайыма: «Башым менән яуап бирәм, ҡустымды алып ҡайтмаһам, һинең алда ғүмерем буйы ғәйепле булырмын», – тигәйнем.
Саҡырып ҡара! Яуап ҡайтарыусы табылырмы? Изгеләрҙең ҡайһыһына йөҙ тоторһоң?
Арабыҙҙа икебеҙҙең дә яурынына ҡул һалып, Беҙҙе килештерә алыр берәү ҙә юҡ!
Кеше бурысын үҙ өҫтөнә алған – бәләгә тарыр, үҙ өҫтөнә алырға ашыҡмаған – тыныс йәшәр.
Ярҙам ҡулы һуҙмаҡ булып, башҡа кеше өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу – алйотлоҡ.
Ят кеше өсөн үҙенә яуаплылыҡ йөкмәгәндең кейемен ал, уны үҙеңә рәһен итеп ҡалдыр.
Ҡул биреп, кеше бурысын үҙ өҫтөңә алыусыларҙан булма.
өйөңә ҡараҡ һымаҡ мохтажлыҡ инер, ҡораллы баҫҡынсы булып нужа һөжүм итер.
Ҡарлуғастай сырылданым, Торна кеүек торҡолданым, Күгәрсендәй ыңғыраштым, Күккә текләп, күҙемде талдырҙым: Эй бөйөк Хакимым, ыҙа сигәм, ярҙам ит миңә!
Был ант Алла менән килешеүҙең – Уның ышаныслыһы Ғайса ине – ни тиклем яҡшыраҡ икәнен күрһәтә.