Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 1:8 - Изге Яҙма

8 – Ҡолом Әйүпкә иғтибар иттеңме? – тип һораны Раббы. – Ер йөҙөндә уның кеүек башҡа һис кем дә юҡ. Ул камил һәм намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 1:8
29 Iomraidhean Croise  

Йошияһҡа тиклем дә, унан һуң да Раббыға бөтә йөрәктән, йәне-тәне менән бирелгән һәм Мусаның ҡанунын шулай үтәгән бер генә батша ла булманы.


Ә миңә тиклемге булған өлкә башлыҡтары, халыҡҡа ауырлыҡтарын һалып, уларҙан ҡырҡ шекел көмөшкә өҫтәп аҙыҡ-түлеген дә, шарабын да алған, хатта уларҙың хеҙмәтселәре лә халыҡты иҙгән. Мин улай эшләмәнем, Алланан ҡурҡтым.


Ғус ерендә Әйүп тигән кеше йәшәгәйне. Ул камил, намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған бер әҙәм ине.


Мин дуҫтарым өсөн бер әҙәм көлкөһө булдым. Ә бит Аллаға ялбарғанда яуап ала торғайным. Хәҙер иһә тоғро, камил әҙәм – мәсхәрә булып ҡалдым.


Бер көндө илаһи заттар тағы Раббы хозурына килде. Уларҙың араһында шайтан да бар ине.


Раббы шайтандан: – Ҡолом Әйүпкә иғтибар иттеңме? – тип һораны. – Ер йөҙөндә уның кеүек башҡа бер кем дә юҡ. Ул камил һәм намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше. Һин Мине ғәйепһеҙҙән уны һәләк итергә ҡотортһаң да, ул һаман намыҫлы булып ҡала.


Әгәр ҙә Ул ниәт итеп Рухы менән һулышын Үҙенә кире тартһа,


Бел: Алла камил бәндәне ситкә типмәҫ, Ә яуызлыҡ эшләгәндәргә ярҙам итмәҫ.


Уларҙы дуҫым, туғаным һымаҡ яҡын күрҙем. Әсәһе өсөн йәш түккән кеше һымаҡ, Бөгөлдөм, башымды һәлендерҙем.


Дауыттың мәҙхиәһе. Яуызлыҡ ҡылғандарға йәнең көймәһен, Яманлыҡ эшләүселәрҙән көнләшмә!


Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк.


Раббынан ҡурҡыу – яуызлыҡты нәфрәт итеү ул; тәкәбберлек һәм әрһеҙлек, золом юлы, ялған һөйләү – мин күрә алмаған сифаттар.


Йыуынығыҙ, пакланығыҙ. Яман ғәмәлдәрегеҙҙе күҙ алымдан юҡ итегеҙ, Яуызлыҡ ҡылыуҙан ваз кисегеҙ.


«Бына, Минең яҡлай торған ҡолом, Уны Үҙем һайлап алдым! Күңелем уны хуш күрә; Уны Рухым менән һуғарҙым, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөм килтерер.


Ул миңә: – Әҙәм улы! Күҙең менән күр, ҡолағың менән ишет. Үҙеңә күрһәткән бөтә нәмәгә күңел биреп баҡ, – тине. – Мин һиңә шуны күрһәтһен өсөн бында килтерелдең. Күргәндәреңдең бөтәһен дә Исраил халҡына еткер.


Муса иһә ифрат тыйнаҡ, ер йөҙөндәге барлыҡ кешеләр араһында иң тыйнағы ине.


Ғайса, Үҙенә табан килгән Наҫанаилды күреп, уның хаҡында: – Бына ысын Исраил кешеһе, ул алдаша белмәй, – тине.


– Ҡолом Муса вафат булды. Хәҙер Исраил халҡын Иордан аша Мин ошо халыҡҡа бүләк итеп бирәсәк илгә сығар.


Ныҡ бул, бик ҡыйыу бул. Ҡолом Муса һиңә тапшырған ҡанунды теүәл үтә. Ошо ҡанундан уңға ла, һулға ла тайпылма – шул саҡта һиңә һәр тарафта уңыш юлдаш булыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan