Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 1:6 - Изге Яҙма

6 Бер көндө илаһи заттар Раббы хозурына килде. Уларҙың араһында шайтан да бар ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 1:6
16 Iomraidhean Croise  

Алла улдары кеше ҡыҙҙарына өйләнеп, ҡыҙҙар уларҙан бала тапҡан замандарҙа, һәм унан һуңыраҡ та, ерҙә бәһлеүәндәр булған. Баһадир булған улар, исемдәрен данға күмгәндәр.


Ә Михаяһ былай тине: – Улай булғас, Раббы һүҙен тыңла! Мин Раббының Үҙ тәхетендә ултырғанын һәм эргәһендә, уң яҡтан да, һул яҡтан да бөтә күк ғәскәре баҫып торғанын күрҙем.


Исраилдарға ҡарата яман уй ҡороп, шайтан Дауытты Исраил халҡының иҫәбен алырға ҡоторта.


Шунда бер рух сығып Раббы алдына баҫты ла: «Мин ҡоторта алам», – тине. Раббы унан: «Нисек итеп?» – тип һораны.


Бер көндө илаһи заттар тағы Раббы хозурына килде. Уларҙың араһында шайтан да бар ине.


Раббы шайтандан: – Ҡолом Әйүпкә иғтибар иттеңме? – тип һораны. – Ер йөҙөндә уның кеүек башҡа бер кем дә юҡ. Ул камил һәм намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше. Һин Мине ғәйепһеҙҙән уны һәләк итергә ҡотортһаң да, ул һаман намыҫлы булып ҡала.


Төн булһын тип эңер төшөрәһең, Ҡырағай йәнлектәр ҡыҙырырға сыға.


Ул: – Ә мин ут араһында бәйләнмәгән дүрт кешенең имен-аман йөрөгәнен күрәм; дүртенсеһе ҡиәфәте менән илаһҡа оҡшағандай, – тине.


Шунан Раббы миңә Раббы фәрештәһе алдында баҫып торған баш ҡаһин Йеһошуағты күрһәтте. Йеһошуағтың уң яғында шайтан уны ғәйепләп тора ине.


Һаҡ булығыҙ, был кесе йәндәрҙең береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала.


– Шимғон! Шимғон! Иблис һеҙҙе бойҙай иләгән кеүек иләргә рөхсәт алды.


Ҡынан – Әнош улы, Әнош – Шеҫ улы, Шеҫ – Әҙәм улы, Әҙәм – Алланан.


– Мин Үҙем һеҙҙе – ун икегеҙҙе һайлап алдым түгелме? – тине Ғайса. – Әммә арағыҙҙағы берәү – Иблис.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan