Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 9:25 - Изге Яҙма

25 Бел һәм төшөн: Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырырға һәм яңынан төҙөргә тигән хәбәрҙән алып, мәсехләнгән хаким килгәнгә тиклем ете тапҡыр етешәр йыл һәм тағы алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үтер – ошо ваҡыт эсендә оҙон соҡорҙары, урамдары менән ҡала аяҡҡа баҫтырылыр, ләкин былар афәтле йылдар булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

25 Бел һәм төшөн: Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырырға һәм яңынан төҙөргә тигән хәбәрҙән алып мәсехләнгән хаким килгәнгә тиклем ете тапкыр етешәр мөҙҙәт һәм тағы алтмыш ике тапҡыр етешәр мөҙҙәт үтер – ошо ваҡыт эсендә оҙон соҡорҙары, урамдары менән ҡала аяҡҡа баҫтырылыр, ләкин былар афәтле йылдар булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

25 Бел һәм төшөн: Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырырға һәм яңынан төҙөргә тигән хәбәрҙән алып, мәсехләнгән хаким килгәнгә тиклем ете тапҡыр етешәр йыл һәм тағы алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үтер – ошо ваҡыт эсендә оҙон соҡорҙары, урамдары менән ҡала аяҡҡа баҫтырылыр, ләкин былар афәтле йылдар булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 9:25
32 Iomraidhean Croise  

Шунда батша Садоҡҡа: – Алла һандығын ҡалаға кире алып ҡайт. Әгәр Раббы хуш күрһә, мине кире ҡайтарыр, изге һандыҡты ла, уның торлағын да күрергә насип итер.


Йәрүсәлимдә Алла йортон төҙөү эше туҡталды, ул Фарсы батшаһы Дарий хакимлығының икенсе йылына тиклем төҙөлмәй торҙо.


Ошо хәлдәр булып үткәндән һуң, Фарсы батшаһы Артахшаста хакимлыҡ иткән саҡта, Бабилдан Ғөзәйер исемле кеше ҡайта. Уның шәжәрәһе былай: Ғөзәйер – Сераяһ улы, Сераяһ – Ғазаръяһ, Ғазаръяһ – Хилҡияһ,


Ғөзәйер Йәрүсәлимгә Артахшаста батша хакимлығының шул уҡ етенсе йылында, йылдың бишенсе айында килеп етә.


Бына шунан һуң баш ҡаһин Әлйәшив менән башҡа ҡаһиндар эшкә тотоноп Һарыҡ ҡапҡаһын төҙөнөләр. Уны изгеләндереп, ҡапҡаһын элделәр. Улар Меа манараһына һәм Хананил манараһына тиклем булған диуарҙы изгеләндерҙеләр.


Үҙенең ағай-энеләре менән Самарияның ғәскәре алдында: – Ни эшләйҙәр был меҫкен йәһүдтәр? Диуарҙы тулыһынса аяҡҡа баҫтырмаҡсылармы? Ҡорбандарын килтерә башларҙармы? Бер көн эсендә тамамламаҡсылармы? Тупраҡ өйөмө араһындағы янып ҡарайған таштарға йән индерерҙәрме? – тине.


Бергәләшеп Йәрүсәлимгә һуғыш менән барырға һәм унда бола ойошторорға мәкер ҡорҙолар.


Элул айының егерме бишенсе көнөндә, илле ике көн эсендә, диуар төҙөү тамамланды.


Таршиш һәм утрауҙарҙың батшалары Уға яһаҡ түләһен, Шева менән Сева батшалары бүләктәр алып килһен!


Үлтерер ваҡыт һәм шифа бирер ваҡыт, Емерер ваҡыт һәм төҙөр ваҡыт бар;


Бына Мин Дауытты ҡәүемдәргә – шаһит, Халыҡтарға юлбашсы һәм хаким итәм.


Сөнки беҙҙең өсөн сабый тыуҙы – Беҙгә бер улан бирелде. Хакимлыҡ уның яурынында булыр, Уның исеме Ғәжәйеп Кәңәшсе, Ҡөҙрәтле Алла, Мәңгелек Ата, Именлек Хакимы тип аталыр.


Тора-бара, тәкәбберләнеп, күк ғәскәренең Башлығына тиклем барып етте: Уны көн дә килтерелә торған ҡорбандарҙан мәхрүм итте, Уның Изге торлағы булған урынды емерҙе.


Хәйләкәрлеге арҡаһында Мәкерле эштәрендә уңыш ҡаҙаныр, Үҙен бөйөктәргә тиңләр. Көтмәгәндә ул күптәрҙе харап итер, Хакимдарҙың Хакимына ҡаршы күтәрелер. Ләкин ул һәләк ителер – әммә кеше ҡулынан түгел.


Һин доға ҡыла башлау менән, һиңә яуап бирелде, һәм мин уны һиңә еткерер өсөн килдем, сөнки һин – Алланың һөйөклөһө. Был хәбәрҙе аңла һәм күренмештең асылына төшөн.


Эй ғәскәрле ҡала, инде яугирҙәреңде йый! Беҙҙе ҡамауға алдылар, Исраил хакимының битенә таяҡ менән тондоралар.


Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм, Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да, Минең ихтыярым буйынса, Исраилға юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр. Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә.


Уңдырышлы тупраҡҡа сәселгәне иһә шуны аңлата: кеше, һүҙҙе ишетеп, уны аңлай; тап ана шул емеш бирә лә инде. Уның уңышы йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата була.


Ә инде Даниил пәйғәмбәр әйткән «ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмәнең» Изге урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!),


Ә инде «ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмәнең» тейеш булмаған урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын.


Ул, иң тәүҙә ағаһы Шимғонды эҙләп табып, уға: – Беҙ Мәсихте таптыҡ, – тине. Мәсих – «мәсехләнгән Зат» тигәнде аңлата.


Ҡатын Уға: – Мәсихтең (йәғни мәсехләнгән Заттың) килерен беләм. Ул килгәс, беҙгә бөтәһен дә аңлатып бирер, – тине.


Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ! Ләкин Алла Уны терелтте, беҙ быға шаһит булдыҡ.


Исраилға тәүбә итеү һәм гонаһтарынан ярлыҡаныу мөмкинлеге биреү өсөн, Алла Уны Юлбашсы һәм Ҡотҡарыусы итеп Үҙенең уң яғына күтәрҙе.


Филиппус арба янына йүгереп килде, унда хәбәшиҙең Ишағыяһ пәйғәмбәрҙе уҡығанын ишетте. – Нимә тураһында уҡығаныңды аңлайһыңмы һуң? – тип һораны.


Һәр уңайлы мөмкинлекте дөрөҫ файҙаланығыҙ, сөнки яман заманда йәшәйбеҙ.


һәм тоғро шаһит, үленән беренсе булып терелгән, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын! Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған


Уның кейемендә һәм янбашында: «Батшаларҙың Батшаһы һәм хакимдарҙың Хакимы» тигән исем яҙылған.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan