Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 9:22 - Изге Яҙма

22 Миңә күрһәтмә биреп, ул былай тине: – Даниил! Мин һиңә иңгән күренмеште төшөндөрөргә килдем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Миңә күрһәтмә биреп, ул былай тине: – Даниил! Мин һиңә ингән күренмеште төшөндөрөргә килдем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

22 Миңә күрһәтмә биреп, ул былай тине: – Даниил! Мин һиңә иңгән күренмеште төшөндөрөргә килдем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 9:22
12 Iomraidhean Croise  

Ул миңә: – Даниил, Алланың һөйөклөһө! Мин әйткәнде төшөнөргә тырыш. Тор, мин һинең яныңа ебәрелдем, – тине. Ул миңә шулай тине лә мин ҡалтырана-ҡалтырана аяғыма баҫтым.


Ул миңә: – Ҡурҡма, Даниил. Аллаң алдында тыңлаусан булып, бөтә нәмәне төшөнөргә ынтыла башлаған тәүге көнөңдән үк һинең һүҙҙәрең барып ишетелде. Шул һүҙҙәрең арҡаһында мин бында килдем дә инде, – тине. –


Мин һиңә ахыр көндәрҙә халҡың менән ни булырын аңлатыр өсөн килдем, сөнки был күренмеш – ана шул көндәр тураһында.


Әммә мин Хәҡиҡәт Китабында яҙылғанды һиңә еткерермен. Мине улар менән алышта бер кем дә ҡеүәтләмәй – фәҡәт хакимығыҙ Михаил ғына ярҙамлаша.


Мин, шунда баҫып торған берәү эргәһенә килеп, унан был хәлдәрҙең нимә аңлатҡанын һораным. Ул, мин күргәндәрҙең асылын төшөндөрөп, былай тине:


һәм шул саҡ Улай йылғаһы өҫтөндә кемдеңдер: – Ябраил! Уға был күренмеште аңлатып бир, – тип әйткән тауышын ишеттем.


Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.


Минең менән һөйләшкән фәрештә: «Иғлан ит! Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: „Йәрүсәлим менән Сион өсөн йәнем әсей, – ти. –


«Хакимым, был нимәне аңлата?» – тип һораным. Минең менән һөйләшкән фәрештә: «Һиңә уларҙың нимә аңлатҡанын күрһәтермен», – тип яуапланы.


Шунан һуң күрәм: ана күктә ишек асыҡ һәм унан әлеге борғонан сыҡҡандай көслө тауыш миңә былай тине: – Бында күтәрел. Мин һиңә ошоларҙан һуң булырға тейешле нәмәләрҙе күрһәтермен.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan