Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 8:26 - Изге Яҙма

26 Был кистәр һәм таңдар тураһында һиңә иңгән күренмеш хаҡ. Тик һин күргәнеңде сер итеп һаҡла; ул – алыҫ киләсәк хаҡында.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Был кистәр һәм таңдар тураһында һиңә иңгән күренмеш хаҡ. Тик һин күргәнеңде сер итеп һаҡла; ул алыҫ киләсәк хаҡында.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

26 Был кистәр һәм таңдар тураһында һиңә иңгән күренмеш хаҡ. Тик һин күргәнеңде сер итеп һаҡла; ул – алыҫ киләсәк хаҡында.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 8:26
11 Iomraidhean Croise  

Улар барыһы ла тотҡон һымаҡ Тәрән соҡорға тупланыр, зинданға бикләнер, Күп дәүерҙәр үткәндән һуң, язаланыр.


– Эй әҙәм улы, бына Исраил нәҫеле һинең турала: «Уға килгән күренмеш оҙаҡ йылдар үткәс кенә ғәмәлгә ашасаҡ, ул алыҫ киләсәк тураһында пәйғәмбәрлек итә», – тип әйтә.


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының өсөнсө йылында икенсе исеме Белтешассар булған Даниилға бер һүҙ асылды – оло һуғыш тураһында хаҡ хәбәр еткерелде. Даниил уның асылына үҙенә иңгән күренмеш аша төшөндө.


Мин һиңә ахыр көндәрҙә халҡың менән ни булырын аңлатыр өсөн килдем, сөнки был күренмеш – ана шул көндәр тураһында.


Хәҙер мин һиңә хәҡиҡәтте хәбәр итәм. Фарсы илендә тағы өс батша идара итер, ә дүртенсеһе барыһынан да байыраҡ булыр. Байлығы ярҙамында бик тә ҡеүәтләнгәс, ул бөтәһен дә Яуан батшалығына ҡаршы күтәрер.


Ә һин, Даниил, китапты мисәтләп ҡуй, был һүҙҙәрҙе ахыр көндәргә тиклем сер итеп һаҡла. Күп кешеләр шул ауыр осорҙоң асылына төшөнмәксе булып эҙләнеп йөрөр, яуызлыҡ ишәйер.


Ул былай тип яуап бирҙе: – Бар кит, Даниил, был ахыр заманаларға тиклем йәшерелгән һәм мисәтләнгән.


Ете күк күкрәү һөйләп туҡтағас, мин уларҙың һөйләгәнен яҙып алырға уйланым, әммә күктән үҙемә өндәшкән тауышты ишеттем: – Ете күк күкрәүенең нимәләр һөйләгәнен мисәт аҫтына йәшер һәм яҙма.


Шунан ул миңә былай тине: – Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен мисәт аҫтына йәшермә, сөнки ваҡыт яҡын.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan