Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 7:2 - Изге Яҙма

2 Даниил былай тип бәйән итте: – Мин төшөмә ингән күренмештә дүрт күк еленең бөйөк диңгеҙҙе ҡоторондорғанын күрҙем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Даниил былай тип бәйән итте: – Мин төшөмә ингән күренмештә дүрт күк еленең бөйөк диңгеҙҙе ҡоторондорғанын күрҙем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Даниил былай тип бәйән итте: – Мин төшөмә ингән күренмештә дүрт күк еленең бөйөк диңгеҙҙе ҡоторондорғанын күрҙем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 7:2
13 Iomraidhean Croise  

Аһ, күмәк халыҡ шаулаша, Ҡоторған диңгеҙҙең олоуына оҡшаш! Ҡәүемдәр ташҡын һыу һымаҡ шаулай,


Ғелам өҫтөнә күктең дүрт тарафынан дүрт ел күндерәм, Халҡын ошо ел менән сәсеп ебәрәм. Һөргөн киткән ғеламдар бармаған бер генә ҡәүем дә ҡалмаҫ.


Бабилды диңгеҙ баҫты, Шаулы тулҡындар уны ҡапланы.


Ләкин ул килеп идара итә башлағас, уның батшалығы тарҡалыр һәм ер йөҙөнөң дүрт яғына ҡараған өлөштәргә бүленер, уның вариҫтарына эләкмәҫ һәм ул идара иткән замандағы ише көслө булмаҫ. Уның батшалығы тартып алыныр һәм ситтәргә бирелер.


Төндә Даниилға бер күренмеш иңде, һәм теге сер йомғағы һүтелде. Шунда Даниил Күк Аллаһына шөкөрана ҡылды.


Төндә килгән күренмештә йәнә шуны күрҙем: Күктәге болоттар араһында Әҙәм улына оҡшаған берәү яҡыная. Килеп етеү менән, уны Мәңгелек Зат хозурына килтерҙеләр.


Артабан мин төнгө күренмешемдә дүртенсе януарҙы – ҡот осҡос, дәһшәтле, сағыштырғыһыҙ ҡеүәтле йән эйәһен күрҙем. Уның ауыҙында ҙур тимер тештәр булып, ул бар нәмәне ялмап ашап, емереп бара, ҡалғанын аяҡтары менән тапай. Ул әүәлге януарҙарҙың береһенә лә оҡшамағайны, башында ун мөгөҙө бар ине.


Мин Ғелам өлкәһендәге Шушан ҡәлғәһендә, Улай йылғаһы буйындамын, имеш.


Кәзә тәкәһе шул тиклем көсләнде, көс-ҡеүәте хаттин ашты – шул саҡ уның ҙур мөгөҙө һынды ла уның урынына ер йөҙөнөң дүрт яғына ҡарап торған дүрт мөгөҙ үҫеп сыҡты.


– Былар – күктең бөтә ер йөҙөнөң Хакимының хозурында торған урындан сығып килгән дүрт рухы, – тип яуап бирҙе фәрештә. –


Көслө борғо тауышы аҫтында Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер. Улар ерҙең дүрт тарафынан һәм күктең бер сигенән алып икенсе сигенә тиклем Уның һайланғандарын йыйыр.


Фәрештә миңә тағы былай тип һөйләне: – Һин күргән фәхишә ултырған һыуҙар – халыҡтар һәм төркөмдәр, милләттәр һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәр.


Шунан һуң мин ерҙең дүрт мөйөшөндә торған дүрт фәрештәне күрҙем. Улар, ергә лә, диңгеҙгә лә, бер генә ағасҡа ла иҫмәһен өсөн, ерҙең дүрт елен тотоп торалар ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan