Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 6:2 - Изге Яҙма

2 Улар өҫтөнән күҙ-ҡолаҡ булырға ул өс вәзирен ҡуйҙы. Батшаға бер ниндәй ҙә зыян-юғалтыу булмаһын өсөн идарасылар вәзирҙәргә иҫәп-хисап биреп торорға тейеш ине. Шул өс вәзирҙең береһе Даниил булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Улар өҫтөнән күҙ-ҡолаҡ булырга ул өс вәзирен ҡуйҙы. Батшаға бер ниндәй ҙә зыян-югалтыу булмаһын өсөн идарасылар вәзирҙәргә иҫәп-хисап биреп торорға тейеш ине. Шул өс вәзирҙең береһе Даниил булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Улар өҫтөнән күҙ-ҡолаҡ булырға ул өс вәзирен ҡуйҙы. Батшаға бер ниндәй ҙә зыян-юғалтыу булмаһын өсөн идарасылар вәзирҙәргә иҫәп-хисап биреп торорға тейеш ине. Шул өс вәзирҙең береһе Даниил булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 6:2
14 Iomraidhean Croise  

Берәй нәмәне күҙҙән ысҡындырып ҡуймағыҙ, бик һаҡ булығыҙ. Батшалыҡҡа зыян килтерерҙәй эштәргә ниңә юл ҡуйырға әле?


Сөнки һатылғанбыҙ беҙ – мин дә, минең халҡым да – ҡырылыуға, юҡ ителеүгә, һәләкәткә дусар ителгәнбеҙ! Әгәр ҙә беҙҙе ҡоллоҡҡа һатһалар, ҡол һәм ҡолиәләр итһәләр – ауыҙ ҙа асмаҫ инем, бындай аҙап өсөн батшаны борсоуҙы кәрәк тип тапмаҫ инем.


Ахмаҡҡа йомош ҡушып ебәргән әҙәм үҙенең аяғын ҡырҡып ташлағандай ғазап сигер.


Уның уң ҡулында – оҙон ғүмер, һул ҡулында байлыҡ менән шөһрәт булыр.


Мин һине юрай һәм ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын белә, тип ишеттем. Әгәр ҙә ошо яҙыуҙы уҡып, уның нимә аңлатҡанын миңә әйтә алһаң, һине ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерерҙәр, муйыныңа алтын сылбыр тағырҙар, һәм һин дәүләттә өсөнсө кеше булырһың.


Шунан һуң Белшассар әмере менән Даниилды ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерҙеләр, муйынына алтын сылбыр таҡтылар һәм дәүләт эсендә өсөнсө кеше тип иғлан иттеләр.


Батша тылсымсыларҙы, сихырсыларҙы, халдей аҡыл эйәләрен, фал һалыусыларҙы саҡырырға бойороп ҡысҡырып ебәрҙе. Ул Бабил аҡыл эйәләренә: – Кем дә кем миңә был яҙыуҙы уҡып, уның мәғәнәһен әйтеп бирә, шуны затлы ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерерҙәр, муйынына алтын сылбыр тағырҙар, һәм ул дәүләт эсендә өсөнсө кеше булыр, – тине.


Илгә идара итер өсөн мадай Дарий батшалыҡтың бөтә өлкәләренә йөҙ ҙә егерме идарасы тәғәйенләне.


Күктәр Батшалығы бына нимәгә оҡшаш: бер батша хеҙмәтселәре менән хисаплашып ҡуйырға ниәтләгән.


Бай идарасыһын саҡырып ала ла уға: «Һинең турала нимәләр генә ишетмәйем! Үҙеңдең идаралыҡ эшмәкәрлегеңә иҫәп-хисап яһа, сөнки артабан хужалығымда идарасы була алмайһың», – ти.


Ышаныс белдерелгән кешеләрҙең тоғро булыуы талап ителә.


Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan