Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 4:9 - Изге Яҙма

9 Уның япраҡтары ғәжәп матур, Мул емешенән донъя туҡлана. Төбөндә ҡырағай януарҙар йыйыла, Ботаҡтары араһында ҡоштар оя ҡора, Һәр йән эйәһе шунда үҙенә ризыҡ таба.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Уның япраҡтары ғәжәп матур, Мул емешенән донъя туҡлана. Төбөндә ҡырағай януарҙар йыйыла, Ботаҡтары араһында ҡоштар оя ҡора, Һәр йән эйәһе шунда үҙенә ризыҡ таба.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Уның япраҡтары ғәжәп матур, Мул емешенән донъя туҡлана. Төбөндә ҡырағай януарҙар йыйыла, Ботаҡтары араһында ҡоштар оя ҡора, Һәр йән эйәһе шунда үҙенә ризыҡ таба.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 4:9
18 Iomraidhean Croise  

– Бүтән бындай кешене табып булмаҫ, – тине фирғәүен үҙенең янындағыларға. – Алла рухы бар унда!


Элекке ҡурҡыуҙарыңды хәтергә төшөрөп: «Иҫәп-хисап алып барған кеше ҡайҙа хәҙер? Ҡайҙа яһаҡты үлсәгән? Манараларҙы һанаған әҙәм ҡайҙа?» – тип әйтәсәкһең.


Ғәҙеллек-хаҡлыҡта нығынырһың, Йәбер-иҙелеүҙән алыҫ торорһоң, ҡурҡмаҫһың. Хәүеф-дәһшәт татымаҫһың, ул һиңә яҡынлашмаҫ.


Исраилдың бейек тауына ултыртырмын уны. Ботаҡланыр, емешләнер, Мәғрур кедр ағасы булыр, Аҫтына төрлө ҡоштар һыйыныр, Ботаҡтарының күләгәһендә оя ҡорор.


Эйе, Даниилдан аҡыллыраҡһың; Һинән йәшерен бер ниндәй сер юҡ.


Батша ниндәй генә һорау бирмәһен һәм ниндәй генә йомаҡтың яуабын һорамаһын, уларҙың аҡылы һәм белеме батшалыҡтағы барлыҡ тылсым һәм сихыр эйәләренән ун тапҡырға өҫтөнөрәк булып сыҡты.


Батша Даниилға: – Һин был серҙе аса алғанһың икән, тимәк, ысынлап та, һеҙҙең Аллағыҙ – аллаларҙың Аллаһы, батшаларҙың Хакимы, Серҙәр асыусы, – тине.


Шунан һуң батша Даниилды үрләтте, бик күп зиннәтле бүләктәр бирҙе, уны Бабил өлкәһенә хаким, Бабилдың барлыҡ аҡыл эйәләренә башлыҡ итеп тәғәйенләне.


япраҡтары ғәжәп матур, мул емешенән донъя туҡланған, төбөндә ҡырағай януарҙар йыйылған, ботаҡтары араһында ҡоштар оя ҡорған ағас –


Ниһайәт, Даниил килде – уны минең илаһым хөрмәтенә Белтешассар тип йөрөтәләр – унда изге илаһи рух бар. Мин уға төшөмдө һөйләнем. Мин уға былай тинем:


Ул шул тиклем ҡеүәтле һәм бөйөк, Башы күктәргә олғашҡан, Ерҙең һәр тарафынан күренеп тора.


Һинең батшалығыңда мөҡәддәс аллалар рухы менән һуғарылған бер кеше бар. Һинең атайың идара иткән саҡта уҡ уның яҡты аҡылға, зиһенгә, илаһи зирәклеккә эйә булғаны билдәле ине. Һинең атайың Навуходоносор уны тылсымсылар, сихырсылар, халдей аҡыл эйәләре, фал һалыусыларҙың башлығы итеп тәғәйенләне.


Бөттө баш! Был ҡөҙрәтле аллалар ҡулынан беҙҙе кем ҡотҡарыр? Сүлдә мысырҙарҙы һәр төрлө ҡазалар менән язалаған аллалар бит улар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan