Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 4:34 - Изге Яҙма

34 Хәҙер инде мин, Навуходоносор, Күк Батшаһына дан, хөрмәт һәм маҡтау йырлайым: Уның ғәмәлдәре хаҡ, юлдары ғәҙел, Ул тәкәбберҙе буйһондорорға ҡөҙрәтле.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

34 Хәҙер инде мин, Навуходоносор, Күк Батшаһына дан, хөрмәт һәм маҡтау йырлайым: Уның ғәмәлдәре хаҡ, юлдары ғәҙел, Ул тәкәбберҙе буйһондорорға ҡөҙрәтле.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

34 Хәҙер инде мин, Навуходоносор, Күк Батшаһына дан, хөрмәт һәм маҡтау йырлайым: Уның ғәмәлдәре хаҡ, юлдары ғәҙел, Ул тәкәбберҙе буйһондорорға ҡөҙрәтле.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 4:34
57 Iomraidhean Croise  

Алланың юлы камил. Раббының һүҙе иретеп таҙартылғандай саф. Ул – Үҙенә һыйынғандар өсөн ҡалҡан.


Дауыт бар йыйын алдында Раббыға шөкөр итеп былай ти: – Эй Раббы, атабыҙ Исраилдың Аллаһы, мәңге мөбәрәк бул!


Эй Аллабыҙ беҙҙең, Беҙ Һиңә шөкөр итәбеҙ, Һинең шанлы исемеңде данлайбыҙ.


Ул былай тине: «Әсәм ҡарынынан шыр яланғас сыҡҡанмын, Шыр яланғас китәсәкмен. Биргән дә Раббы, алған да Раббы, Раббы исеменә шөкөрана булһын!»


Алла Үҙенең мөҡәддәс торлағында былай тине: «Тантана менән Шәхәмде бүлгеләрмен, Суккоҫ үҙәнен үлсәрмен.


Ул яман хәбәрҙән ҡурҡмаҫ, Бөтә йөрәктән Раббыға өмөт бағлар.


Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры. «Раббының йортона барайыҡ», – тип Әйткәндәренә бик ҡыуандым мин.


Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры. Инде былай тиһен Исраил: Әгәр ҙә Раббы беҙҙең янда булмаһа,


Ул аттың көсөнә ҡарамай, Кешенең етеҙлегенә лә илтифаты юҡ.


Ҡотҡарыуыңдың шатлығын миңә ҡайтар, Һине тыңларға ашҡынып торған рух биреп, Миңә таяныс бул.


Тупраҡ уңышын бирә; Алла, Аллабыҙ беҙгә бәрәкәт бирһен.


Яуызлығы үҙенә әйләнеп ҡайтыр, Залимлығы үҙ башыңа төшөр.


Бар күңелдән шөкөр итермен, йә Раббы, Бөтә ғәжәйеп ғәмәлдәреңде һөйләрмен.


Раббы – батша! Ул ҡеүәтенә бөркәнеп, ҡөҙрәт менән билен быуған, Донъяны ҡаҡшамаҫлыҡ итеп ныҡ ҡорған.


Әйтер Раббы: «Донъяны – яуызлығына күрә, Ямандарҙы ғәйептәре өсөн язалайым. Тәкәбберҙәрҙең ғорурлығына сик ҡуям, Аяуһыҙҙарҙың эрелеген түбәнһетәм.


Әҙәмдең тәкәббер ҡарашы шиңер, Ғорурлығы селпәрәмә килер. Ул көндө тик Раббы ғына юғары күтәрелер.


Шуға күрә, көнсығышта йәшәүселәр, Раббыны данлағыҙ, Диңгеҙ буйы, утрауҙарҙағы халыҡтар, Исраил Аллаһы Раббының исемен ҙурлағыҙ.


Әммә Раббы – хаҡ Алла! Ул – тере Алла, мәңгелек Батша. Асыуланғанында ер тетрәнә, Халыҡтар сыҙамай ярһыуына.


Яҡшыһы ла, насары ла Юғарыларҙан Юғары ихтыярында түгелме ни?


Шунан мин йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттың яуабын ишеттем. Ике ҡулын күккә күтәреп, ул Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Барыһы ла бер йылдан, ике йылдан һәм ярты йылдан, изге халыҡтың көс-ҡеүәтен һындырыу туҡтағас тамамланыр.


Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.


Әммә йоҡомда бер төш кереп ҡурҡытты, төшөмдә күргәндәр мине хафаға һалды.


Ун ике айҙан һуң ул Бабилдағы батша һарайының башында йөрөп ята ине.


Шуға ла мин, төшөмдө юратыр өсөн, Бабилдың бөтә аҡыл эйәләрен үҙ яныма саҡырырға бойорҙом.


Ер йөҙөндә йәшәүселәр Уға бер ни түгел; Күк көстәре һәм ер мәхлүктәре менән Үҙе теләгәнсә эш итә Ул. Һис кем уның ҡулын туҡтата алмаҫ, Бер кем Уға: «Ни эшләүең был?» – ти әйтә алмаҫ.


– Эй батша! Һинең атайың Навуходоносорға Юғарыларҙан Юғары Алла батшалыҡ, бөйөклөк, дан һәм хөрмәт биргән.


Ул кешеләр араһынан ҡыуылды, аҡылы менән януарға тиңләште, ҡырағай ишәктәр менән бергә көн күрҙе, мал ише, үлән менән туҡланды, тәне күк ысығында йыуылды – кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары Алла хаким икәнен, кемде теләй, шуны батша итеп ултыртҡанын аңлағансы шулай булды.


Бына минең фарманым: батшалығымдың бөтә өлкәләре Даниил Аллаһы алдында ҡурҡып һәм ҡалтырап торһон. Сөнки Ул – тере Алла, Мәңге йәшәр Алла, Уның батшалығы емерелмәҫ, Хакимлығының ахыры булмаҫ.


Уға хакимлыҡ, хөрмәт һәм батшалыҡ бирелде. Бар халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр уға буйһондо. Уның хакимлығы – бөтмәҫ-төкәнмәҫ, мәңгелек хакимлыҡ. Уның батшалығы һис ҡасан емерелмәҫ.


Күк аҫтындағы бөтә батшалыҡтарҙың көс-ҡөҙрәте, хакимлыҡ хоҡуғы һәм бөйөклөк-олпатлығы Юғарыларҙан Юғарының изге халҡына бирелер. Ул батшалыҡ мәңгелек булыр, башҡа хакимдар уға буйһонор һәм баш һалыр».


Раббы ҡаза ебәреүҙе кисектермәне, беҙгә бәлә йүнәлтте. Аллабыҙ Раббы Үҙенең барлыҡ ғәмәлдәрендә лә хаҡ, ә беҙ Уға ҡолаҡ һалманыҡ.


Шул саҡ улар Раббыны саҡырып: – Йә Раббы, ялбарабыҙ Һиңә! Ошо әҙәмдең йәне өсөн һәләк булмаһаҡ ине! Ғәйепһеҙҙең ҡаны беҙҙең өҫтөбөҙҙә булмаһын! Һин бит – Раббы, нисек теләйһең, шулай эшләйһең, – тине.


Аҡһағын иҫән ҡалған өлөш итермен, Аҙашҡанын ҡеүәтле халыҡҡа әйләндерермен. Ошо көндән башлап мәңгелеккә Мин Раббығыҙ Сион тауында уларға хакимлыҡ ҡылырмын.


Ул Яҡуп нәҫеле өҫтөнән мәңгелек батшалыҡ итер һәм Уның батшалығының аҙағы булмаҫ.


Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймаған, күкрәген төйә-төйә: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булһаңсы!» – тигән.


Үҙендә тормош булған кеүек, Улына ла Үҙ-Үҙендә тормошҡа эйә булыу ҡөҙрәте бирҙе


Ул – Ҡая! Эштәре камил, Уның бөтә юлдары ла ғәҙел. Алла тоғро, Унда һис юҡ ялған. Ул хаҡ һәм ғәҙел.


Мәңгелек Батшаға, үлемһеҙ, күҙгә күренмәҫ, берҙән-бер Аллаға мәңгенән-мәңгегә хөрмәт һәм дан! Амин.


Берҙән-бер үлемһеҙ Зат, буй етмәҫ яҡтылыҡта торған, бер кеше лә күрмәгән һәм күреү мөмкин дә булмаған Аллаға – хөрмәт һәм мәңгелек хакимлыҡ! Амин.


күкте һәм унда булған һәр нәмәне, ерҙе һәм унда булған һәр нәмәне, диңгеҙҙе һәм унда булған һәр нәмәне яратҡан Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Тотҡарлау башҡа булмаясаҡ.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


егерме дүрт аҡһаҡал, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә табына һәм, таждарын тәхет алдына һалып ҡуйып, былай тиҙәр:


Йән эйәләре тәхеттә Ултырыусыға, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә дан, хөрмәт һәм рәхмәт белдергән һайын,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan