Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 3:29 - Изге Яҙма

29 Бөтә халыҡтарға, ҡәүем һәм ҡәбиләләргә минең бойороғом: кем дә кем Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него Аллаһы тураһында ихтирамһыҙ һүҙ әйтһә, шуны киҫәктәргә тураҡлаһындар һәм йортон емерһендәр. Сөнки башҡа бер илаһ та был Алла һымаҡ ҡотҡара алмай.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

29 Бөтә халыҡтарға, ҡәүем һәм ҡәбиләләргә минең бойороғом: кем дә кем Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него Аллаһы тураһында ихтирамһыҙ һүҙ әйтһә, шуны киҫәктәргә тураҡлаһындар һәм йортон емерһендәр. Сөнки, был Алла һымаҡ, башҡа бер илаһ та шулай ҡотҡара алмай.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

29 Бөтә халыҡтарға, ҡәүем һәм ҡәбиләләргә минең бойороғом: кем дә кем Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него Аллаһы тураһында ихтирамһыҙ һүҙ әйтһә, шуны киҫәктәргә тураҡлаһындар һәм йортон емерһендәр. Сөнки башҡа бер илаһ та был Алла һымаҡ ҡотҡара алмай.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 3:29
17 Iomraidhean Croise  

Бәғелгә табыныу бағанаһын емерҙеләр, ҡорамдың аҫтын өҫкә килтерҙеләр һәм бәҙрәфкә әйләндерҙеләр. Шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә ул шулай булып ҡалды.


Минән тағы бер әмер булыр: әгәр ҙә мәгәр берәй кеше был фарманды боҙһа, уның өйөнөң бер ниргәһе һурып алыныр ҙа теге кеше ана шул ҡаҙыҡҡа ултыртылыр, ә йортонан емереклектәр генә тороп ҡалыр.


Йә Раббым, ҡалҡ! Ҡотҡара һал, Аллам! Ҡундыр бар дошмандарымдың яңағына; Ҡыра һуҡ бөтә тештәрен яуыздарҙың.


Алла рәхимлеген оноттомо? Асыуланып, шәфҡәтенә юл яптымы?» Села


Батша улар менән аралашты, үҫмерҙәрҙән берәү ҙә Даниил, Хананъяһ, Мишаил һәм Ғазаръяһҡа тиңләшә алманы. Шуға күрә был дүртәү батша хеҙмәтенә йәлеп ителде.


Һарай хеҙмәтселәре башлығы уларға яңы исемдәр ҡушты: Даниилды – Белтешассар, Хананъяһты – Шадрах, Мишаилды – Мешах, Ғазаръяһты Ғавед-Него тип йөрөтә башланылар.


Шунан өйөнә әйләнеп ҡайтҡас, ул дуҫтары Хананъяһ, Мишаил һәм Ғазаръяһҡа барыһын да һөйләп бирҙе.


Батша Даниилға: – Һин был серҙе аса алғанһың икән, тимәк, ысынлап та, һеҙҙең Аллағыҙ – аллаларҙың Аллаһы, батшаларҙың Хакимы, Серҙәр асыусы, – тине.


Даниилдың үтенесе буйынса батша Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға Бабил өлкәһендәге эштәргә идара итеү бурысын йөкмәтте, ә Даниил үҙе батша һарайында хеҙмәттә ҡалды.


Батша уларға: – Һеҙгә үҙ ихтыярымды белдерәм! Әгәр ҙә һеҙ миңә ниндәй төш кергәнен һәм уның нимә аңлатҡанын әйтмәһәгеҙ, һеҙҙе киҫәктәргә тураҡлаясаҡтар, өйҙәрегеҙҙе емерәсәктәр.


Ләкин һин Бабил өлкәһе эштәренә идара итеүҙе ышанып тапшырған йәһүдтәр – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него – һине, батша, тыңламай, һинең илаһтарыңа табынмай, һин ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә баш эймәй, – тинеләр.


Бына хәҙер мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа, һорнай һәм башҡа уйын ҡоралдары тауышын ишетеү менән, йөҙтүбән ҡапланып, мин ҡуйҙырған һәйкәлгә сәждә ҡылырға әҙер тороғоҙ, әгәр сәждә ҡылмаһағыҙ, һеҙҙе кисекмәҫтән янып торған мейескә ташларҙар – шул сағында ниндәй илаһ һеҙҙе минең ҡулымдан ҡотҡарыр икән, ҡарап ҡарарбыҙ.


Эй батша, табынған Аллабыҙ беҙҙе ҡотҡара алһа, Ул беҙҙе ҡыҙған мейестән дә, һинең ҡулыңдан да ҡотҡарыр.


Шул саҡ Навуходоносор былай тип иғлан итте: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоның Аллаһына рәхмәттәр яуһын! Ул, фәрештәһен ебәреп, Үҙенә башкөллө ышанған ҡолдарын ҡотҡарҙы. Улар батша ихтыярына баш бирмәне, үҙ ғүмерҙәрен ҡыҙғанманы – үҙ Аллаһынан башҡа, бүтән илаһтарға табынманы ла, сәждә лә ҡылманы.


Шулай итеп, Даниил Дарий, шулай уҡ фарсы Кир идара иткән йылдарҙа имен-аман көн итте.


Уларҙың ҡаяһы беҙҙең Ҡая һымаҡ түгел. Улар быны үҙҙәре лә белә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan