Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 2:34 - Изге Яҙма

34 Һин шулай ҡарап торғанда, ҡайҙандыр үҙенән-үҙе, кеше ҡулы теймәйенсә бер таш, кителеп төшөп, һәйкәлдең тимер һәм балсыҡтан булған аяҡтарына бәрелде, уларҙы селпәрәмә килтерҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

34 Һин шулай ҡарап торғанда, ҡайҙандыр үҙенән-үҙе, кеше ҡулы теймәйенсә, бер таш кителеп килеп һәйкәлдең тимер һәм балсыҡтан булған аяҡтарына бәрелде, уларҙы селпәрәмә килтерҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

34 Һин шулай ҡарап торғанда, ҡайҙандыр үҙенән-үҙе, кеше ҡулы теймәйенсә бер таш, кителеп төшөп, һәйкәлдең тимер һәм балсыҡтан булған аяҡтарына бәрелде, уларҙы селпәрәмә килтерҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 2:34
25 Iomraidhean Croise  

Хурлыҡ һәм кәмһетеүҙәрҙе өҫтөмдән ал, Сөнки күрһәтмәләреңде ғәмәлгә ашырам.


Шуға күрә Раббы Хаким һеҙгә былай ти: «Бына, Мин Сионда һыналған, Баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташы, Ныҡлы нигеҙ ташы ҡуям. Уға ышанған һис кем ҡаушап төшмәҫ.


Һиңә хеҙмәт итергә теләмәгән батшалыҡтар һәләк булыр, Ундай халыҡтар тамам юҡ ителер.


Эй халыҡтар, бергә тупланығыҙ ҙа ҡырылығыҙ! Ер йөҙөндәге бар алыҫ илдәр, ҡолаҡ һалығыҙ! Һуғышҡа әҙерләнегеҙ ҙә ҡырылырһығыҙ! Эйе, яуға әҙерләнегеҙ, әммә һәләк булырһығыҙ!


Һин дә, эй фирғәүен, ҡырылырһың, ҡылыстан үткәрелгәндәр менән бергә сөннәтһеҙҙәр араһына йығылырһың.


Йәнә меңде үлсәне. Бында инде мин үтә алмаҫлыҡ ағын ине. Һыу шул тиклем тәрәнәйҙе, кеше йөҙөрлөк булды, был ағымды кисеп сығырлыҡ түгел ине.


сирағы – тимерҙән, аяҡ суғы – өлөшләтә тимерҙән, өлөшләтә балсыҡтан.


Күк аҫтындағы бөтә батшалыҡтарҙың көс-ҡөҙрәте, хакимлыҡ хоҡуғы һәм бөйөклөк-олпатлығы Юғарыларҙан Юғарының изге халҡына бирелер. Ул батшалыҡ мәңгелек булыр, башҡа хакимдар уға буйһонор һәм баш һалыр».


Хәйләкәрлеге арҡаһында Мәкерле эштәрендә уңыш ҡаҙаныр, Үҙен бөйөктәргә тиңләр. Көтмәгәндә ул күптәрҙе харап итер, Хакимдарҙың Хакимына ҡаршы күтәрелер. Ләкин ул һәләк ителер – әммә кеше ҡулынан түгел.


Йәрүсәлимде бөтә халыҡтар өсөн ауыр бер таш итәм. Уны күтәрергә маташҡан һәр береһе имгәнер. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә ҡаршы берләшер.


– Раббының Зеруббавелға һүҙе былай: «Көс менән дә түгел, ҡеүәт менән дә түгел, бары Минең Рухым менән уңыш ҡаҙанырһың. Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Шуға күрә Мин һиңә әйтәм: һин – Петрус һәм Мин был ҡаяла Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген төҙөйәсәкмен. Уны үлеләр донъяһының көстәре еңә алмаҫ.


Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм әҙәм теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы.


Ғайса – ул «һеҙ төҙөүселәр ташлаған һәм иң мөһим мөйөш ташына әйләнгән таш».


Был донъяла беҙ йәшәгән тән ҡасан да булһа емереләсәк ҡыуышҡа оҡшаған. Был ҡыуыш емерелгәс, беҙгә Алла тарафынан күктәрҙә ҡул менән төҙөлмәгән мәңгелек торлаҡ биреләсәген беләбеҙ.


Сөнки Мәсих кеше ҡулы менән күктәге ысын Изге йортҡа оҡшатып ҡына төҙөлгән ерҙәге Изге йортҡа түгел, ә беҙҙең өсөн Алла алдында баҫырға тип, күктең үҙенә инде.


Шулай итеп, Ул һеҙ иманлылар өсөн – намыҫ билдәһе, ә иман тотмаусылар өсөн: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


Улар Бәрәс менән һуғышасаҡ. Бәрәс уларҙы еңәсәк, сөнки Ул – хакимдарҙың Хакимы һәм батшаларҙың Батшаһы. Уның менән бергә булғандар иһә – саҡырылғандар, һайлап алынғандар һәм тоғролар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan