Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 12:4 - Изге Яҙма

4 Ә һин, Даниил, китапты мисәтләп ҡуй, был һүҙҙәрҙе ахыр көндәргә тиклем сер итеп һаҡла. Күп кешеләр шул ауыр осорҙоң асылына төшөнмәксе булып эҙләнеп йөрөр, яуызлыҡ ишәйер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Ә һин, Даниил, китапты мисәтләп ҡуй, был һүҙҙәрҙе ахыр көндәргә тиклем сер итеп һаҡла. Күп кешеләр шул ауыр осорҙоң асылына төшөнмәксе булып эҙләнеп йөрөр, яуызлыҡ ишәйер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Ә һин, Даниил, китапты мисәтләп ҡуй, был һүҙҙәрҙе ахыр көндәргә тиклем сер итеп һаҡла. Күп кешеләр шул ауыр осорҙоң асылына төшөнмәксе булып эҙләнеп йөрөр, яуызлыҡ ишәйер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 12:4
25 Iomraidhean Croise  

Изге тауымдың һәр тарафында Һис кем яуызлыҡ һәм зыян ҡылмаҫ. Эйе, һыуҙар диңгеҙҙе тултырған һымаҡ, Ер йөҙө Раббыны танып-белеү менән тулыр.


Бөтә күренмештәр һеҙҙең өсөн Мөһөрләнгән бер китап һүҙҙәре һымаҡ булды. Уҡый белгән кешегә биреп: «Уҡы», – тиһәң, «Уҡый алмайым, сөнки ул мөһөрләнгән», – тип яуаплар.


Ай ҡояш һымаҡ нур сәсер, Ә ҡояш, ете көн яҡтыһылай, Ете тапҡырға яҡтыраҡ яныр. Раббы Үҙ халҡының яраларын бәйләгән, Үҙе һалған йәрәхәттәрҙе уңалтҡан көндө шулай булыр.


Шул саҡ күргәндәрҙең күҙе томаланмаҫ, Ишеткәндәрҙең ҡолағы тыңлар.


Ошо һүҙҙәр яҙылған шаһитнамәне бәйләп ҡуй, өйрәткәндәремә шәкерттәрем алдында мөһөр баҫ.


Раббы былай ти: «Йәрүсәлим урамдарын ҡыҙырып сығығыҙ, Ҡарағыҙ, тикшерегеҙ! Майҙандарынан эҙләгеҙ: Әгәр ғәҙел эш иткән, Дөрөҫлөк эҙләгән кешене тапһағыҙ, Мин ҡаланы ярлыҡайым.


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының өсөнсө йылында икенсе исеме Белтешассар булған Даниилға бер һүҙ асылды – оло һуғыш тураһында хаҡ хәбәр еткерелде. Даниил уның асылына үҙенә иңгән күренмеш аша төшөндө.


Мин һиңә ахыр көндәрҙә халҡың менән ни булырын аңлатыр өсөн килдем, сөнки был күренмеш – ана шул көндәр тураһында.


Әммә мин Хәҡиҡәт Китабында яҙылғанды һиңә еткерермен. Мине улар менән алышта бер кем дә ҡеүәтләмәй – фәҡәт хакимығыҙ Михаил ғына ярҙамлаша.


Аҡыл эйәләре халыҡҡа аң-белем бирер һәм бер аҙ ваҡыт ҡыҫырыҡлауға – ҡылыс һәм утҡа, әсирлек һәм талауға – дусар булыр.


Ахыр заманалар етер – һәм көньяҡ батша уға ҡаршы һуғыш башлар. Ләкин төньяҡ батша уға ҡаршы яу арбалары, һыбайлы яугирҙәре һәм бик күп караптары менән ҡойон һымаҡ ташланыр. Ул, туфандай, төрлө илдәр буйлап үтер


Ә һин аҙаҡҡа тиклем үҙ юлың менән бар. Был донъянан китеп, ахыр заманаларҙа ҡабат терелгәс, насибыңды алырһың.


Шунда мин, Даниил, күрҙем: йәнә икәү баҫып тора: береһе – йылғаның арғы яғында, икенсеһе – биръяҡта.


Ул былай тип яуап бирҙе: – Бар кит, Даниил, был ахыр заманаларға тиклем йәшерелгән һәм мисәтләнгән.


Тегеһе мин торған ергә килде. Ул яҡынайғас, мин ҡурҡыуымдан йөҙтүбән ергә ҡапландым. Ул миңә: – Бел, эй әҙәм улы, был күренмеш – ахыр замандар тураһында, – тине.


– Хәҙер мин һиңә асыу көндәренең ахырында, ваҡыттарҙың аҙағында ни булырын әйтәсәкмен, – тине. –


Был кистәр һәм таңдар тураһында һиңә иңгән күренмеш хаҡ. Тик һин күргәнеңде сер итеп һаҡла; ул – алыҫ киләсәк хаҡында.


Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер.


Әммә мин, әллә Исраил халҡы был хәбәрҙе ишетмәнеме икән, тип һорайым. Әлбиттә, ишеткәндәр: «Уларҙың ауаздары бөтөн донъя буйлап үтте, һәм хәбәрҙәре ер сиктәренә олғашты».


Ете күк күкрәү һөйләп туҡтағас, мин уларҙың һөйләгәнен яҙып алырға уйланым, әммә күктән үҙемә өндәшкән тауышты ишеттем: – Ете күк күкрәүенең нимәләр һөйләгәнен мисәт аҫтына йәшер һәм яҙма.


Шунан ул миңә былай тине: – Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен мисәт аҫтына йәшермә, сөнки ваҡыт яҡын.


Унан һуң мин тәхеттә Ултырыусының уң ҡулында эсе лә, тышы ла яҙыулы, ете мисәт һуғылған төргәк китап күрҙем.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan