Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 11:40 - Изге Яҙма

40 Ахыр заманалар етер – һәм көньяҡ батша уға ҡаршы һуғыш башлар. Ләкин төньяҡ батша уға ҡаршы яу арбалары, һыбайлы яугирҙәре һәм бик күп караптары менән ҡойон һымаҡ ташланыр. Ул, туфандай, төрлө илдәр буйлап үтер

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

40 Ахыр заманалар етер – һәм көньяҡ батша уға ҡаршы һуғыш башлар. Ләкин төньяҡ батша уға ҡаршы яу арбалары, һыбайлы яугирҙәре һәм бик күп караптары менән, ҡойон һымаҡ, ташланыр. Ул, туфандай, төрлө илдәр буйлап үтер,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

40 Ахыр заманалар етер – һәм көньяҡ батша уға ҡаршы һуғыш башлар. Ләкин төньяҡ батша уға ҡаршы яу арбалары, һыбайлы яугирҙәре һәм бик күп караптары менән ҡойон һымаҡ ташланыр. Ул, туфандай, төрлө илдәр буйлап үтер

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 11:40
24 Iomraidhean Croise  

Диңгеҙ буйындағы сүллек тураһында әүлиәлек. Негевта ҡоторонған ғәрәсәт кеүек Сүлдән, дәһшәт иленән баҫҡынсы килер.


Уҡтары осланған, йәйәләре кирелгән; Аттарының тояҡтары – саҡматаш, Арба тәгәрмәстәре – өйөрмәләй.


Бына ҡара! Раббы ут эсендә килә, Уның яу арбалары ҡойон шикелле. Ул ярһып асыуын түгер, Ажарын ут һымаҡ сәсер.


Бына дошман болот һымаҡ күтәрелә, Яу арбалары ғәрәсәт кеүек килә; Аттары бөркөттән етеҙерәк. Ҡайғы беҙгә! Һәләк булдыҡ!


Һине килгән юлыңдан кире борасаҡмын, теш ҡаҙналарыңа ырғаҡ кейҙерәсәкмен. Һине, бөтә ғәскәреңде, аттарыңды, һыбайлыларыңды, тотош ҡоралланған, эреле-ваҡлы ҡалҡандар тотҡан, ҡылыслы бөйөк сиреүеңде ҡыуып сығарасаҡмын.


Әммә һин ғәрәсәт кеүек уларға ябырыласаҡһың. Һин, бөтә ғәскәрҙәрең һәм һинең менән булған бик күп халыҡтар илде болот һымаҡ ҡаплап аласаҡһығыҙ».


Уның улдары иһә, ҙур ғәскәр туплап, һуғыш башлар. Улар туфан һыуылай урғылып баҫып инер, алға эркелер һәм дошмандың ҡәлғәһенә тиклем барып етер.


Көньяҡ батша, асыуы ҡабынып, төньяҡ батша менән һуғышҡа инер. Тегеһе ҙур сиреү туплар, әммә был ғәскәрҙәр дошман ҡулына тапшырылыр.


сөнки төньяҡ батша яңынан элеккеһенән дә ҙурыраҡ ғәскәр йыйыр. Бер нисә йылдан ул ныҡ ҡоралланған күп һанлы яугирҙәре менән һөжүм итер.


Уның алдында ғәскәрҙәр килешеү башлығы менән бергә, туфан кеүек, йыуып алып кителер һәм ҡыйратылыр.


Ул үҙенең бөтә көс-дарманын көньяҡ батшаға ҡаршы йүнәлтер, уға ҙур ғәскәр менән барыр. Көньяҡ батша ҙур һәм бик көслө сиреү менән яуға сығыр, ләкин ҡаршы тора алмаҫ: уға ҡаршы мәкер ҡорорҙар.


Аҡыл эйәләренең ҡайһы берәүҙәре, һынауҙар аша үтеп, таҙарынып һәм сафланып, ахыр заманаларға тиклем ҡыҫырыҡлауҙар ҡорбаны булыр, сөнки ахыр сәғәте етмәгән әле.


Сит илаһ ярҙамы менән ул нығытылған ҡәлғәләрҙе емерер, ә үҙен бөйөк батша тип танығандарға оло хөрмәт күрһәтер, күптәр өҫтөнән идара итергә ҡуйыр һәм уларға бүләккә ерҙәр таратыр.


Уның тамырынан үҫеп сыҡҡан үрентеләрҙең береһе тәхеткә ултырыр. Ул төньяҡ батша ғәскәренә ҡаршы сығыр һәм уның ҡәлғәһенә баҫып инер – уларға һөжүм итеп еңеү яулар.


Ә һин, Даниил, китапты мисәтләп ҡуй, был һүҙҙәрҙе ахыр көндәргә тиклем сер итеп һаҡла. Күп кешеләр шул ауыр осорҙоң асылына төшөнмәксе булып эҙләнеп йөрөр, яуызлыҡ ишәйер.


Ул былай тип яуап бирҙе: – Бар кит, Даниил, был ахыр заманаларға тиклем йәшерелгән һәм мисәтләнгән.


Тегеһе мин торған ергә килде. Ул яҡынайғас, мин ҡурҡыуымдан йөҙтүбән ергә ҡапландым. Ул миңә: – Бел, эй әҙәм улы, был күренмеш – ахыр замандар тураһында, – тине.


Беҙҙе һәләк итер өсөн Ғәскәрҙәре ҡойон һымаҡ ташланғанда, Йәшенеп ятҡан ярлыларҙы Инде йотам тиеп ҡыуанғанда, Улар өйөрөнөң башлығын Үҙ һөңгөһө менән тиштең.


Раббы халҡы өҫтөндә пәйҙә булыр; Уғы йәшен кеүек осоп сығыр. Раббы Хаким борғоһон ҡысҡыртыр, Көньяҡтан ғәрәсәт булып килер.


Алтынсы фәрештә туҫтағын бөйөк Евфрат йылғаһына түкте: ҡояш ҡалҡҡан яҡтан киләсәк батшаларға юл әҙер булһын өсөн, йылғаның һыуы кипте.


Уларҙың атлы ғәскәренең һаны ике йөҙ миллион ине, мин уларҙың иҫәбен ишеттем.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan