Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 9:2 - Изге Яҙма

2 Ерҙәге бөтә хайуандар, һауалағы һәммә осар ҡоштар, ерҙәге бар булған йәнлектәр, диңгеҙҙәрҙә йөҙөп йөрөгән балыҡтар алдығыҙҙа ҡурҡып-тетрәнеп торһон: улар һеҙҙең ихтыярығыҙға бирелә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Ерҙәге бөтә хайуандар, һауалағы һәммә осар ҡоштар, ерҙәге бар булған йәнлектәр, диңгеҙҙәрҙә йөҙөп йөрөгән балыҡтар алдығыҙҙа ҡурҡып-тетрәнеп торһон: улар һеҙҙең ихтыярығыҙға бирелә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Ерҙәге бөтә хайуандар, һауалағы һәммә осар ҡоштар, ерҙәге бар булған йәнлектәр, диңгеҙҙәрҙә йөҙөп йөрөгән балыҡтар алдығыҙҙа ҡурҡып-тетрәнеп торһон: улар һеҙҙең ихтыярығыҙға бирелә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 9:2
16 Iomraidhean Croise  

Алла ғәләмәт ҙур диңгеҙ хайуандарын һәм һыуҙа ҡайнап-мыжғып торған һәр төрлө йән эйәләрен, төрлө-төрлө ҡанатлы ҡоштарҙы бар ҡылды. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.


Алла әйтте: «Үҙ сүрәтебеҙҙә һәм Үҙебеҙгә оҡшатып кешене бар ҡылайыҡ. Ул диңгеҙҙәрҙәге балыҡтарға, һауалағы ҡоштарға, мал-тыуарға, бөтә ер йөҙөнә, ер өҫтөндәге барлыҡ тереклек һәм һөйрәлеүселәргә хаким булһын».


Алла уларға фатиха ҡылып әйтте: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ. Диңгеҙҙәрҙәге балыҡтар, һауалағы ҡоштар һәм ерҙәге бөтә йәнлектәр өҫтөнән хакимлыҡ итегеҙ».


Раббы Алла тупраҡтан һәр төрлө ҡыр хайуандарын һәм һауалағы бөтә ҡоштарҙы бар ҡылды. Һәр береһенә ниндәй исем ҡушыласағын күрер өсөн Раббы Алла уларҙың бөтәһен дә әҙәм алдына алып килде. Әҙәм ҡайһыһына ниндәй атама бирһә, ул йән эйәһе шул атама менән танылды.


Улар юлға сыҡты. Алла һалған дәһшәттән ҡоттары осҡан тирә-яҡ ҡалаларҙағы кешеләр Яҡуптың улдарын эҙәрләп тә маташманы.


Алла Нухҡа һәм уның улдарына былай тип фатиха бирҙе: – Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ.


Ерҙә хәрәкәт иткән һәр бер йән эйәһе, үҫемлектәр кеүек үк, һеҙгә аҙыҡ булһын, уларҙың барыһын да һеҙгә бирәм.


Уның ҡеүәтле көсөнә таяна алырһыңмы? Ауыр эшеңде уға йөкмәтә алырһыңмы?


Улар менән именлек килешеүе төҙөрмөн, илдән йыртҡыс йәнлектәрҙе юҡ итермен. Далаларҙа хәүефһеҙ йәшәһендәр, урмандарҙа ҡурҡыуһыҙ йоҡлаһындар.


Ул көндө Мин халҡым хаҡына Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Һөйрәлеүсе һәр тереклек менән килешеү төҙөрмөн. Был ерҙә йәйәне лә, ҡылысты ла, Һәр төрлө ҡоралды ла юҡ итермен, Халҡымды имен-аман йәшәтермен.


Һеҙгә ҡырағай хайуандар ебәрермен. Улар балаларығыҙҙы үлтерер, малығыҙҙы ҡырыр. Шул арҡала һанығыҙ кәмеп, юлдарығыҙ бушап ҡалыр.


Илегеҙгә тыныслыҡ ебәрермен, йоҡларға ятһағыҙ, бер нәмә лә ҡурҡытмаҫ. Ерегеҙҙән яуыз хайуандарҙы ҡыуырмын, илегеҙҙән ҡылыс үтмәҫ.


Һәр төрлө януарҙарҙы ла, ҡоштарҙы ла, һөйрәлеүселәрҙе лә, диңгеҙ хайуандарын да буйһондороп була, һәм кеше уларҙы буйһондорҙо ла инде.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan